Ошо маҡсаттан сығып белем биреү ойошмаларында төрлө конкурстар, олимпиадалар уҙғарыла. Йыл һайын сентябрь-октябрь айҙарында мәктәп уҡыусыларының Бөтә Рәсәй олимпиадаһының мәктәп, ә ноябрь-декабрҙә муниципаль этабы үтә.
Олимпиада мотлаҡ мәктәп программаһы буйынса барлыҡ предметтарҙан да уҙғарыла. Унда бер нисә категорияла ҡатнашырға мөмкин. Йомғаҡлау этабының еңеүселәренә профилле юғары уҡыу йорттарына имтиханһыҙ уҡырға инеү вәғәҙә ителә.
Мәктәп уҡыусыларының Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төп маҡсаты — һәләтле үҫмерҙәрҙе табыу, күтәреү һәм уларҙы үҙ үҫешкә этәреп, мәктәп программаһынан тыш, предметтарҙың мауыҡтырғыс булыуын күрһәтеү.
2020-2021 уҡыу йылында 23 предмет буйынса олимпиада ойошторолдо. Ҡатмарлы эпидемиологик хәл-ваҡиғалар сәбәпле уларҙы тормошҡа ашырыуға үҙгәрештәр ҙә индерелде. Олимпиадаларҙың бер өлөшө “Аврора” һәләттәрҙе үҫтереү Үҙәге платформаһында үтте. Муниципаль этапҡа әҙерләнеү сиктәрендә уҡытыусылар онлайн дәрестәр бирҙе. Материалдар мәғариф бүлегенең рәсми сайтында урынлаштырылды.
Мәктәп олимпиадаһында 635 уҡыусы ҡатнашты, 547 еңеүсе һәм призерҙар билдәләнде. Муниципаль этапта 341 уҡыусы үҙ көсөн һынап ҡараны, 47-һе еңеүсе тип танылды. Айырыуса, 1-се Архангел, 2-се Архангел мәктәптәре, Благовещенка, Максим Горький, Валентиновка, Оҙондар, Тирәкле мәктәптәре уҡыусылары юғары күрһәткестәргә иреште. Уларға артабан да уңыштар, яңы еңеүҙәр теләйбеҙ.
район мәғариф бүлеге начальнигы.