Ошо арала хат ташыусылар үҙҙәре хеҙмәтләндергән биләмәләрҙә гәзиттәргә яҙҙырҙы. Арымай-талмай һәр йорт һайын йөрөп, халыҡ менән һөйләшеп, өгөтләгәнен-өгөтләп, аңлатып, туған баҫмабыҙҙың яҙмышы өсөн янып, үҙ хеҙмәтен намыҫлы башҡарған почтальондарыбыҙ — тоғро таянысыбыҙ! Район гәзитенә яҙылыу, тимәк үҙ телебеҙгә, милләтебеҙгә тоғро ҡалыу, башҡорт рухлы булыу!
Иң күп “Инйәр”гә яҙҙырған почтальондар араһында 1-се урын Максим Горький почта бүлексәһенә бирелде (начальнигы Салауат Басыров). Убалар ауылы башҡорт баҫмаһына яҙылыуҙа ҙур әүҙемлек күрһәтте. Почтальон булып байтаҡ йылдар эшләгән, тәжрибәле хеҙмәткәр Сәриә Мөхәмәтйәнова иң тырышы тип табылды. 2-се урынға Ҡыҙыл Еҙем (Анна Комзалова) бүлексәһенә ҡараған Ҡыҫынды ауылынан Хәйретдин Рәхмәтуллин сыҡты. 3-өнсөгә Абҙандан (Лилиә Хәсәнова) Гүзәл Килмөхәмәтова лайыҡ булды.
Еңеүселәрҙе ысын күңелдән ҡотлап ғаилә именлеге, һаулыҡ, уңыштар теләйбеҙ. Башҡа хат ташыусыларҙы ла әүҙемерәк булырға саҡырабыҙ!