Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
1 Ғинуар 2021, 13:50

Ә шыршы ниндәй матур!

Үткән аҙна район үҙәгендә төп шыршыны асыу тантанаһы үтте.

Ҡупшыҡай район хакимиәте йорто алдындағы майҙанға декабрь башында уҡ урынлаштырылған ине. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төрлө ойошмаларҙың хеҙмәткәрҙәре уға гирляндалар элде, боҙҙан Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, әкиәт геройҙарының һынын эшләне, каток ҡойҙо, һырғалаҡтар өйҙө. Балаларҙың яратҡан персонаждары араһында иң түрҙән йылдың символы Үгеҙ урын алды. Сағыу уттар менән емелдәгән урман ҡунағы йыраҡтан уҡ үҙенә саҡырып торҙо.
Төп шыршы майҙансығын рәсми асыуға тиклем үк бала-саға был сихри урынды шат ауаздарға, боҙҙо сыйған коньки, сана тауыштарына күмде. Йыл һайын яңы йыл шыршыһы урынлашҡан майҙан райондаштарыбыҙҙың яратҡан еренә әйләнде.
Йола буйынса Яңы йыл шыршыһын асыу тантанаһы Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡатнашлығындағы театрлаштырылған тамаша менән үрелеп барҙы. Сараға килгән балалар һәм уларҙың ата-әсәләре шыршы тураһында йырҙар башҡарҙы, конкурстарҙа, уйындарҙа ҡатнашты. Мәҙәниәт йорто артистары был юлы ла үҙенсәлекле сығыштары менән тамашасыларҙы таң ҡалдырҙы.
Байрам һуңында күккә осоролған төрлө төҫтәге фейерверктар байрамға тағы ла тылсым, хозурлыҡ өҫтәне.
Дилара Бәҙретдинова.
Ирина Куркова фотоһы.
Читайте нас: