Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
1 Ғинуар 2021, 14:10

Нәфис фильм төшөрҙөк

Башҡортостан киноматографтар Союзы һәм Булат Йосоповтың кино мәктәбе Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты сиктәрендә йыл һайын “Ер һүҙе” халыҡ-ара һанлы проекты ойоштора. Беҙҙең район мәҙәниәт йорто артистарына ла мәҙәниәт бүлеге начальнигы Ильяс Сафин етәкселегендә ошо киң күләмле сарала ҡатнашыу бәхете тейҙе.Кино, кино... Тормоштоң барлыҡ үҙенсәлектәрен үҙенә алған бер донья...Октябрь айҙарында өҫтән мәҙәниәт бүлегенә, кино төшөрөп ебәрегеҙ, тигән хат килеп төштө.Эш күп, ваҡыт юҡ тип тормай, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Ильяс Миндиәхмәт улы Сафин бар яуаплыҡты үҙ өҫтөнә алды. Беҙҙең өсөн яңы булған өлкә тураһында уйланып, ал-ял белмәй, төндәрҙе йоҡоһоҙ үткәреп, Булат Йосоповтың кино мәктәбе ойошторған дәрестәрен ҡабат-ҡабат ҡарап, барлыҡ һорауҙарҙы ла коллектив менән берлектә хәл итеп киноға нигеҙ һалынды. Ныҡыш, һәләте, башҡалар менән уртаҡ тел таба белгән оҫта ойоштороусы, етәксе Иляс Сафин сценарий яҙҙы. Һөҙөмтәлә “Кәтибә” тип аталған ҡыҫҡа метражлы яңы нәфис фильмды төшөрөү мәшәҡәттәре башланды. Уға әллә нисә тапҡыр төҙәтмәләр индереп, иң үтемлеһен, сағыуын ҡалдырҙыҡ. Артабан реквизиттар хәстәрләнде. Шулай итеп эшебеҙҙең беренсе этабын — сценарий әҙерләүҙе үттек.Киләһе һынау — режиссура. Ул үҙе бер нисә эшмәкәрлекте үҙ эсенә ала: сәхнә әҫәрен яҙыу, эпизодтарға бүлеү, ролдәргә типаждар әҙерләү, экспликация төҙөү. Һанап кителгәндәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн оҙаҡ ваҡыт, түҙемлек һәм, әлбиттә, һөнәри оҫталыҡ талап ителде.Ә иң ҡыҙығы — нәфис фильмды төшөрөү майҙаны. Кәтибә ролен Рәсәй дәүләт академия Кесе театры ҡарамағындағы “Михаил Семенович Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһы”ның кино һәм театр актеры бүлеген тамамлаған Ростов өлкәһенең Волгодонск ҡалаһында тыуған Гөлфиә Ишдәүләт ҡыҙы Лисовская бик оҫта башҡарҙы. Уның әхирәте ролен Алеся Хәсәнова, Хәлимә — Рәсимә Мөхәмәтйәрова, Рәйлә — Сәриә Магазова, ресторан администраторы — Венер Монасипов, факультет деканы — Алмас Хужин, Кәтибәнең ире — Сергей Лисовский, Кәтибәнең ҡыҙы — Мәҙинә Имаева уйнаны. Йәш кенә Кәтибә Рәйлә апаһының “Әсәйең кеүек уҡытыусы бул”,— тигән өгөтләүенә ҡарамай, үпкәләп сығып китә. Әммә яҙмыш үҙенекен итә — ваҡыт үтеү менән ҡыҙ уҡытыусы һөнәрен һайлай һәм балаларға башҡорт теле, әҙәбиәтенән һабаҡ бирә башлай.Фильмды төшөрөп бөттөк, монтажлау эштәрен сценарий авторы, киноның режиссеры Ильяс Сафин, оператор Вячеслав Рудзит еренә еткереп, тиҙҙән тамашасы хөкөмөнә тәҡдим итәсәк. Ә тамашасыларға премьераны көтөргә генә ҡалды. Уны күрһәтеү ваҡыты район мәҙәниәт йортоноң сайтында билдәләнәсәк.Был фильмды төшөрөүҙә ярҙам ҡулы һуҙған Мөслимә Мирсаҙыр ҡыҙы Сәйғафароваға һәм Нәжип Бәҙғөтдин улы Солтанбәковҡа, уҡытыусыбыҙ Булат Йосоповҡа, уның командаһына, район хакимәтенә ҙур рәхмәт.Сәриә Магазова, район мәҙәниәт йорто режиссеры.

Читайте нас: