Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
1 Ғинуар 2021, 13:25

“Көтөп алабыҙ”

Тәүәкәс ауылынан Роза Юлмөхәмәт ҡыҙы Ғәббәсова килене Гөлнара Сәғит ҡыҙы Ташбулатова менән

“Инйәр” гәзитенең ысын дуҫтары тип әйтһәк бер ҙә хата булмаҫ.
— “Инйәр”гә тиклем “Ильич байрағы” гәзите ине бит элек. Уны ла йыл һайын алдырып барҙым. Элек ваҡытлы матбуғаттың хаҡы ла осһоҙ булды, интернет тигән әйбер юҡ. Шуға күрә халыҡ күпләп гәзит-журналдар алдыра, китапханаларға дәррәү йөрөй торғайны. Эй, шул ваҡыттарҙы һағынам! Бөгөн уҡырға яратҡан, башҡорт рухлы кеше гәзиттең хаҡына ҡарап тормай, һәр хәлдә лә уға тоғро ҡаласаҡ. Почтольонға шылтыратыу ғына етә, һуңғы ваҡытта “Инйәр” ҡыҙҙары үҙҙәре лә йөрөй. Өйҙән сыҡмай ғына гәзиткә яҙылыуҙың әллә күпме ысулы бар, йәштәр был йәһәттән бигерәк оҫта.
Һәр яңы номерҙы көтөп алабыҙ. Республика баҫмаларынан районыбыҙ гәзите бер ҙә ҡалышмай. Бында төрлө ҡыҙыҡлы рубрикалар бар. “Гәзиттәре ҡыҙыҡ түгел”, — тигәндәргә аптырайым. “Файҙалы кәңәштәр”, “Юбилярҙар”, “Һаулыҡ һағында”, “Иман нуры” һәм башҡа бүлектәр, дауамлы хикәйәләр — бөтәһе лә мауыҡтырғыс, әһәмиәтле. Үҙебеҙҙең башҡорттарҙы туплаған, телебеҙҙең һаҡсыһы булған “Инйәр” тураһында тик яҡшы һүҙҙәр генә әйтә алам.
Киленем, улым менән рәхәтләнеп уҡыйбыҙ. Даими рәүештә редакция менән хәбәрләшеп тә торабыҙ. Быйыл да гәзиткә иң тәүгеләрҙән булып яҙылдыҡ. Күршеләремде, туғандарымды ла өгөтләйем. Шуныһы һөйөндөрә, тыңлап гәзит алдыра башлаусылар баш тартҡандарынан күберәк, — тип һөйләп үтте Роза Юлмөхәмәт ҡыҙы.
Дилара Бәҙретдинова.
Фото — ғаилә архивынан.
Читайте нас: