Инйәр
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
1 Ғинуар 2021, 13:30

Үгеҙ йылы, төклө аяғың менән!

Ниһайәт, йүнле хайуан йылына аяҡ баҫабыҙ.

Үгеҙ инде ул. Ғорур ҡиәфәт, мөһабәт кәүҙә, көс-ҡеүәт тиһеңме. Үҙе сабыр, үҙе батыр, ғәйрәтле, ҡыҫҡаһы, бер генә килмәгән ере юҡ ошо малҡайҙың. Атлаһа — ер һелкенә, мөңрәһә — күк күкрәтә.
2021 йыл – Аҡ Үгеҙ йылы. Беҙгә ул нимәләр вәғәҙә итә? (Йондоҙнамә)
Сысҡан йылы барыбыҙҙы ла хайран ҡалдырҙы, хәҙер бөтә өмөт Үгеҙ йылында.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04) Эш урынында һеҙҙе яңы статус көтә. Яңы мөмкинлектәр, өмөтлө пландар барлыҡҡа киләсәк. Тик тормошта ғына түгел, хатта уйҙарығыҙға ла мәкерлек керетә күрмәгеҙ. Юҡһа, бөтөн уңыштарығыҙ сәлперәмә килергә мөмкин. Аҡсаға килгәндә, йыл әйләнәһендә уға ҡытлыҡ кисермәйәсәкһегеҙ. Тик сит ил аҡсаһы менән бик һаҡ булырға кәрәк! Юҡһа мутлашыусылар ҡорбанына әйләнеү ҡурҡынысы бар. Һөйөклөгөҙ менән мөнәсәбәттәр — тел-теш тейҙергеһеҙ! Шикләнеүҙәр менән генә араға һыуыҡлыҡ йүгермәһә. Сәләмәтлек мәсьәләһендә лә борсолорға урын юҡ. Шулай ҙа ыңғай фекер йөрөтөргә, юҡҡа-барға үҙегеҙҙе бөтөрмәҫкә өйрәнергә кәрәк буласаҡ.
Буға (21.04 – 20.05) Сабырлыҡ йыйып, бик ҡаты эшләргә әҙер тороғоҙ. Ҡайһы бер ҡыйынлыҡтар аша уҙырға тура килер буғай. Әммә күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ, барыһы ла бик яҡшы килеп сығасаҡ, һөҙөмтәһе финанс муллығы менән ҡыуандырасаҡ. Йәғни, кеҫәләрегеҙ буш тормаясаҡ. Ләкин эс бошҡандан ғына аҡса туҙҙырыу килешмәҫ, сөнки йәйен кәрәгерәк әйберҙәргә байтаҡ ҡына аҡса талап ителәсәк. Мөхәббәт өлкәһендә ваҡыт-выҡыт күңелгә һары май булып ятырҙай тынлыҡ урынлашасаҡ. Шундай миҙгелдәрҙә күңелегеҙҙең нимә теләүенә төшөнөрһөгөҙ. Балаларығыҙ үҙҙәренең уңыштары менән әленән-әле һөйөндөрөп торасаҡ. Сәләмәтлегегеҙ тәртиптә буласаҡ.
Игеҙәктәр (21.05 – 21.06) Яратҡан эшегеҙ ялҡыта башлаясаҡ. Шуға күрә эш урынын алыштырыу теләге пәйҙә булырға мөмкин. Әмма ашыҡмағыҙ әле! Сабырлыҡ төбө – һары алтын, тигән мәҡәлде иҫтә тотоп, әкрен генә эшләгеҙ ҙә эшләгеҙ. Шулай итеп, юғарыраҡ баҫҡысҡа ла менеп китәсәкһегеҙ. Аҡса мәсьәләһендә — тәртип. Хеҙмәт хаҡығыҙ артасаҡ, премиялар йыш биреләсәк. Ләкин шикле эштәргә тартып керетеүҙән генә һаҡ булығыҙ: һаҡлыҡ аҡсағыҙҙы елгә осороу ҡурҡынысы бар. Туғандар араһында үпкә-рәнйештәр онотолоп, асыҡтан-асыҡ эскерһеҙ һөйләшеү көтөлә. Шунан һуң бик еңел булып китәсәк. Сәләмәтлеккә килгәндә, ваҡ-төйәк сирҙең хроник ауырыуға әйләнеп китеүе бар. Шуға күрә организмда аҙ ғына төҙөкһөҙлөк һиҙелһә, табипҡа күренеү кәрәк. Йәй аҙағы — көҙ башынан тормошоғоҙҙоң барлыҡ өлкәһендә һәр нәмә уңай ғына килеп торасаҡ.
Ҡыҫала (22.06 – 22.07) Йыл башында бик ныҡ алйығанлыҡ хисе баҫырға мөмкин. Әммә бирешмәҫкә! Һеҙҙе бер кем дә ниәттәрегеҙҙән кире ҡайтара, юлығыҙға ҡаршы төшә алмаҫҡа тейеш. Алға ҡуйылған маҡсатығыҙға табан тырыша-тырыша барһағыҙ, зарығып көтөлгән уңышҡа, һис шикһеҙ ирешәсәкһегеҙ. Финанс өлкәһе өсөн борсолаһы юҡ. Йортоғоҙҙа йыл дауамында муллыҡ хөкөм һөрәсәк. Шулай ҙа бурысҡа аҡса биреп тормау хәйерле: тауыш-ғауға сығыу ҡурҡынысы бар.
Сәләмәтлек тураһында. Иммунитетты нығытығыҙ. Сит илдәрҙең шау-шыулы курорттары, экзотик экскурсиялары урынына үҙебеҙҙең санаторийҙарҙы һайлағыҙ. Шулай икән, барыһы ла яҡшы буласаҡ.
Арыҫлан (23.07 – 23.08) Үҙгәрештәр осоры етә. Эштән ҡәнәғәтһеҙлек хисе көсәйгәндән-көсәйә барасаҡ. Элекке эш урынында ҡалырғамы, әллә инде яңыһын табырғамы — икәүҙең береһен һайлап алырға кәрәк буласаҡ. Хәүефләнмәгеҙ: эске һиҙемләүегеҙ бик дөрөҫ ҡарарға килергә ярҙам итәсәк. Аҡсаны юҡҡа-барға әрәм итмәгәндә, ғаилә бюджетында көйһөҙлөктәр килеп сыҡмаясаҡ. Ҡайһы берәүҙәр бик ныҡ ғашиҡ булырға мөмкин. Әммә был ғаиләләрҙе тарҡатыуға уҡ барып етмәйәсәк. Дуҫтарығыҙ һәм туғандарығыҙ һөйөндөрәсәк. Улар бик күп эштәрегеҙҙә ярҙам ҡулы һуҙасаҡ. Сәләмәтлек мәсьәләһендә иң элек дөрөҫ туҡланыуҙы иғтибар үҙәгенә алырға кәрәк буласаҡ. Майлы, татлы, ҡамыр ризыҡтарын ҡулланыуҙы кәметеү яғын ҡарарға!
Ҡыҙ (24.08 – 22.09) Ваҡытлыса ауырлыҡтар арҡаһында эш алыштырыуға ҡәҙәр барып етмәҫкә! Бер аҙ түҙһәгеҙ, барыһы ла элекке урынына ҡайтасаҡ. Хеҙмәттәштәрегеҙ менән үҙ-ара аралашыуҙа ҡайһы бер ҡыйынлыҡтар килеп сығырға мөмкин. Әммә әҙәпле һәм тыйнаҡ булыуығыҙ тауыш сығыуҙан ҡотолоу мөмкинлеге бирәсәк. Йыл башында аҡса менән проблемалар килеп сығыуы бар. Сәбәбе — уйланылмаған сығымдар күп. Борсолмағыҙ: йыл урталарында финанс хәлегеҙ бик ныҡ яҡшырасаҡ. Ғаиләлә — тыныслыҡ. Хәләлегеҙ менән уртаҡ тел таба алмау кеүек ваҡ-төйәк күңелһеҙлектәр үткәндә ҡаласаҡ. Ә яңғыҙҙар үҙҙәренең мөхәбәттәрен табасаҡ. Бәхетегеҙҙе ҡулдан ысҡындырмағыҙ! Яҙмыш һеҙҙе яҡшы кеше менән ҡауыштырасаҡ. Сәләмәтлеккә килгәндә, уның тураһында артығын ҡайғыртаһығыҙ, юҡтан ғына үҙегеҙгә төрлө сирҙәр “табағыҙ”, шуға … йыш сирләйһегеҙ. Киләһе йылда буласаҡ бер хәл был ғәҙәтегеҙҙе юҡҡа сығарып, үҙегеҙҙе бермә-бер яҡшыраҡ хис итә башлауға килтерәсәк.
Үлсәү (23.09 – 23.10) Һеҙҙең өсөн бик уңышлы йыл. Эштәрегеҙ күп буласаҡ һәм улар үҙегеҙгә иҫ киткес ҙур ҡәнәғәтлек хистәре килтерәсәк. Яңы таныштарығыҙ аҡсалыраҡ эшкә күсеүҙе йәки юғарыраҡ вазифаға күтәрелеүгә ярҙам итәсәк. Етәксегеҙ һәр бер эшегеҙҙе тейешлесә баһалаясаҡ. Ҡыҫҡаһы, хеҙмәт хаҡы ла шәп, премияларға ла өмөт итеп буласаҡ. Көҙөн яҡындарығыҙ үҙегеҙҙе ҡиммәтле бүләк менән ҡыуандырасаҡ. Ғаиләлә —именлек. Һөйөклөгөҙ, балаларығыҙ тураһында онотмағыҙ. Уларға иғтибар бүлеүегеҙ, ҡайғыртыуығыҙ ваҡ-төйәк тауыш-ғауға, үпкәләштән һаҡлап ҡаласаҡ. Сәләмәтлек өсөн борсолорға тура килмәйәсәк. Шулай ҙа иммун системаһын нығытыу өсөн һыу менән дуҫ булыу — йышыраҡ мунса инеү, бассейнға йөрөү, йәйен һыу ҡойоноу һәйбәт буласаҡ.
Саян (24.10 – 22.11) Һеҙҙе бик ҡыҙыҡлы, ваҡиғаларға бай йыл көтә. Көс-ҡеүәтегеҙ ташып торасаҡ, эшлекле, булдыҡлы булыуығыҙ күптәрҙе көнләштерәсәк. Шуның һөҙөмтәһендә ҙурыраҡ вазифаға күтәрелеп ҡуйыу ихтималы ғәйәт ҙур. Аҡсаға килгәндә, етәксегеҙ уңыштарығыҙҙы күрәсәк, әммә хеҙмәт хаҡын арттырырға атлығып тормаясаҡ. Шуға күрә был мәсьәләлә үҙегеҙҙең беренсе булып һүҙ ҡуҙғатыуығыҙ зыян итмәйәсәк. Уның ҡарауы, ситтән-миттән аҡса эшләү юлдары сығып ҡына торасаҡ. Йыл урталарында үҙегеҙҙе шашҡан мөхәббәт хисенең бөтөрөп алыуы бар. Ғаиләлеләргә нисек тә хистәрен йүгәнләргә туры киләсәк. Сиргә бирешмәҫ өсөн эште ял менән сиратлаштырыу һәйбәт булыр. Юҡһа стрессҡа бирешеү бар.
Уҡсы (23.11 – 21.12) Эштә баш әйләндергес уңыштарға ирешәсәкһегеҙ! Әммә уяуырак булығыҙ. Эргәгеҙҙә көнсөләр һәм үҙегеҙҙе дошман күреп йөрөүселәр пәйҙә булырға мөмкин. Улар менән асылып һөйләшә күрмәгеҙ. Серҙәрегеҙҙе бары тик яҡындарығыҙға ғына сисегеҙ. Аҡса тигәндә, һанағанды яратыуын беләһегеҙ. Шуны онотмағыҙ. Был мәсьәләлә әллә ни ҙур ҡыйынлыҡтар булмаһа ла, артығын сығымланмау яҡшыраҡ. Кредиттарығыҙ өсөн борсолаһы юҡ: улар хатта ваҡытынан алда түләнеп бөтәсәк. Ғаиләлә үтә лә бәхетле, тыныс, мул осор етәсәк. Һөйөклөгөҙ үҙегеҙҙе тик күтәреп кенә йөрөтмәйәсәк — ярты һүҙҙән аңлаясаҡ, байрамдарҙа затлы бүләктәр менән ҡыуандырасаҡ. Сәләмәтлек тә, юҡ-бар һалҡын тейеүҙәрҙе һанамағанда, йыл дауамында әллә ни һынатмаясаҡ.
Кәзәмөгөҙ (22.12 – 20.01) Быға тиклем хәл итеп булмай кеүек тойолған проблемаларҙың осона сығыу өсөн үтә һәйбәт мөмкинлектәр асыласаҡ. Хеҙмәттәштәрегеҙҙең дә ярҙамы ҙур буласаҡ. Бары тик уларға өҫтән генә ҡарамаҫҡа… Аҡса янсығы ла йыл дауамында ҡыштырлап торған ҡағыҙҙарҙан өҙөлмәйәсәк. Шуның һөҙөмтәһендә барлыҡ бурыстарҙан, хатта ҙур ғына кредиттарҙан да ҡотола аласаҡһығыҙ. Ләкин аҡсаны шикле эшләргә йәлеп итеүҙән һаҡ булығыҙ — “яныу” ҡурҡынысы ҙур. Бәхеткә, ғаилә тормошонда ла бер ниндәй тетрәнеүҙәр көтөлмәй. Киреһенсә, мөнәсәбәттәр тағы ла нығып, бер-береңә ҡарата йылы хистәр көсәйәсәк. Сәләмәтлеккә килгәндә, аяҡта йөрөп уҙҙыра торған ваҡ-төйәк сирҙәрҙән ҡала, башҡа бер ни борсомаясаҡ. Профилактика саралары күрелһә, улары ла урап уҙасаҡ.
Һыуғояр (21.01 – 19.02) Эштә барлыҡ “баш ауыртыуҙар” үткәндә ҡаласаҡ. Яҡшы хеҙмәт хаҡы алып эшләүсе хеҙмәткәргә әйләнәсәкһегеҙ. Шуға күрә финанс мәсьәләһендә барыһы ла ал да гөл буласаҡ: бик ҡиммәтле әйберҙәр алырға уйлаһағыҙ ҙа, бурысҡа кермәйәсәкһегеҙ. Ғаиләлә лә борсоуға һалырлыҡ бер ни булмаясаҡ. Ә инде балаларығыҙҙың күңелле мәшәҡәттәре яҡты киләсәккә ҙур өмөттәр уятасаҡ. Бынан тыш йәй урталарындағы бер ваҡиға матди хәлегеҙҙең иҫ киткес яҡшырыуына ишаралаясаҡ. Сәләмәтлек мәсьәләһендә былайыраҡ: организмығыҙҙы тыңларға өйрәнегеҙ, уны артыҡ ҙур көсөргәнешлектә эшләргә мәҗбүр итмәгеҙ. Туҡланыуға иғтибарлы булығыҙ, спорт, физик күнегеүҙәр менән шөғөлләнергә тырышығыҙ. Юҡһа һалҡын тейеү кеүек юҡ-бар сирҙәр йәбешергә генә торасаҡ.
Балыҡ (20.02 – 20.03) Әкрен барған тиҙ етәр. Һеҙҙең өсөн был йылдың девизы ана шундай. Эштәрегеҙҙе бик ентекләп планлаштырып, ашыҡмайынса, ипләп кенә башҡарһағыҙ, маҡсаттарығыҙға, һис шикһеҙ, ирешәсәкһегеҙ. Аҡса тигәнебеҙ кеҫәгеҙгә үҙе үк керәм-керәм тип торасаҡ. Яҙмышығыҙ ҡиммәтле бүләктәр һәм матди сюрприздар менән ҡыуандырасаҡ. Ғаилә мәсьәләһендә былайыраҡ: яҡындарығыҙ һәм балаларығыҙ менән аралашыу ғәйәт ҙур ҡәнәғәтлек хисе бирәсәк. Ғөмүмән, ваҡытты ғаилә ҡосағында уҙғарыуҙан да яҡшыһы булмаясаҡ. Йыл урталарында яңғыҙ Балыҡтар үҙҙәренең мөхәббәтен осратасаҡ. Сәләмәтлек тә, тьфү-тьфү, насар булмаясаҡ. Шулай ҙа актив ял иткәндә, физик күнегеүҙәр менән шөғөлләнгәндә һаҡлыҡ ҡағиҙәләрен үтәү зыян итмәйәсәк.
Дилара Бәҙретдинова әҙерләне.
Читайте нас: