Инйәр
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
1 Ғинуар 2021, 14:20

Башҡорт телен һөйөүселәр

2020 йылдың 18 декабрендә район мәктәптәре араһында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиаданың муниципаль этабы үтте.

Унда 13 белем биреү усағынан 42 уҡыусы ҡатнашты.
Һөҙөмтәлә дәүләт башҡорт теле буйынса 8-се кластар араһынды Шилин Эдуард (2-се Архангел мәктәбе), Ғөбәйҙуллина Элина (Валентиновка), Чудова Ралия (Благовещенка), ә 9-сыларҙан — Корнилова Софья, Кошелева Аделина, Пименова Ульяна (1-се Архангел мәктәбе);
туған тел буйынса 9-сыларҙан Ғәлимова Эльвира ( 1-се Архангел мәктәбе), Шәрәфетдинова Гөлсинур (2-се Архангел); 11-селәрҙән Мостафин Рәмил (1-се Архангел мәктәбе), Муллагилдина Розалия (Максим Горький);
башҡорт теле буйынса: 9-сыларҙан Сәғәҙәтова Айгизә (Тәүәкәс), Хәйретдинова Гөлнәзирә (Тирәкле), Ғүмәрова Сәлиә (Абҙан), 11-селәрҙән Ғөбәйҙуллина Рәлиә (Оҙондар), Килмөхәмәтова Регина (Абҙан); 8-се кластарҙан Шаһиева Айгизә (Тирәкле), Суфиянова Алина (Тәүәкәс) һәм Моратова Фатима (Абҙан); 10-сыларҙан Шиһабетдинова Резида (Абҙан), Әхмәтова Наҙгөл (Абҙан) башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән яҡшы күрһәткестәргә иреште.
Лена Садиҡова,
мәғариф бүлеге методисы.
Читайте нас в