Шулай эшләһәң, ҡан тамырҙарына баҫым кәмей, кислород яҡшыраҡ үтеп инә башлай.
Бер стакан йылы һыу эсеү файҙалы булыр, ул ҡан тамырҙарын киңәйтәсәк, ҡанды шыйыҡлатыр. Ауыртыу һаман да баҫылмаһа, күҙҙе йомоп, бер ни тураһында уйламайынса тыныс ҡына ятып торорға кәрәк. Ятҡан килеш бармаҡтарға, ике ҡолаҡҡа ышҡый-ышҡый массаж яһарға була - был да ҡан тамырҙары киңәйеүгә булышлыҡ итер.
Ауыртыу баҫылмаһа, дарыу эсергә ашыҡмағыҙ, былай эшләп ҡарағыҙ:
— лимон йомшағын 2-3 минутҡа сикәләргә ҡуйып тороғоҙ;
— бер стакан йылы һыуға бер лимон һутын һығып эсегеҙ;
— аҙнаға бер тапҡыр булһа ла кәбеҫтә һуты эсеү баш ауыртыуҙан һаҡлай;
— сикәгә 5-10 минутҡа кәбеҫтә япрағы ҡуйып тороу ҙа ярҙам итер.
Дилара Бәҙретдинова әҙерләне.
Фото — интернет селтәренән.