Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
22 Декабрь 2020, 12:35

“Минең документтар”ға – биш йыл

2015 йылда районда “Минең документтар” дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр үҙәге асылды.

2015 йылда районда “Минең документтар” дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр үҙәге асылды. Үткән йылдың октябрендә бинаға капиатль ремонт эшләнде, хәҙер иһә урындағы офис берҙәм бөтә Рәсәй стиленә әүерелде. Әлеге мәлдә дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр “берҙәм тәҙрә” принципы буйынса алты тәҙрәлә (быға тиклем икәү ине) ҡабул ителә. Халыҡҡа уңайлы шарттар тыуҙырыу өсөн электрон сират, дәүләт пошлинаһын түләү мөмкинселеге дәүләт хеҙмәте порталына сығыу өсөн компьютер эшләй, бер рәттән уңайлы мөхит булдырылған. Шулай уҡ, ата-әсәләр документтар менән булышҡан мәлдә, кескәйҙәр өсөн балалар мөйөшө булдырылған.
Офис асылғанда кешеләрҙең һаны һирәк булһа, хәҙер иһә уларҙың һаны артҡандан-арта бара. Шулай уҡ күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең дә (326 дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр, шул иҫәптән 80 федераль, 137 республика, 66 муниципаль, 43 башҡа төр) күләме арта.
Йыл башынан 10 декабргә тиклем урындағы үҙәккә 24938 кеше мөрәжәғәт итте. Бөтә хеҙмәттәр ҙә, Рәсәй Федерацияһының ҡануниәтенә ярашлы, дәүләт пошлинанаһынан тыш, бушлай күрһәтелә.
Бүлексәнең төп бурысы – граждандарға һәм юридик шәхестәргә комплекслы, сифатлы, тиҙ-арала рәүештә дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү.
Күп функциялы үҙәккә ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре, дәүләт кадастр иҫәбе, социаль ярҙам күрһәтеү, ябай электрон ҡултамға булдырыу кеүек һорауҙар буйынса йышыраҡ мөрәжәғәттәр килә. Уртаса сиратта тороу ваҡыты – 12 минут. Илдең эпидемиологик хәл-торошона ярашлы, 23 октябрҙән документтар алдан яҙылыу буйынса ҡабул ителә. Шулай уҡ, ғариза биреүселәргә мотлаҡ рәүештә битлек һәм бирсәткә менән килеү, бинала махсус дистанцияны һаҡлау һорала. Әҙер документтар ғәҙәти сират буйынса бирелә.
Архангел ауылындағы бүлексәнең эшмәкәрлеге халыҡ өсөн тырышып хеҙмәт күрһәтә. “Һеҙҙең контроль” сайтының һөҙөмтәләре буйынса, күп функциялы үҙәктең сифатын граждандар 98,35 процентҡа баһалай. Шуға ла беҙҙең хеҙмәткәрҙәр республика һәм район кимәлендә Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнеп тора.
Неля Аҡсулпанова,
Архангел район буйынса күп функциялы үҙәктең бүлексә мөдире.
Читайте нас: