Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
18 Декабрь 2020, 18:22

Васыятнамә төҙөү

Васыятнамә — граждандың үҙе иҫән ваҡытта мөлкәтен мираҫ итеп тапшырыу тураһында яҙып ҡалдырған теләге, үтенесе.

Васыятнамә — яҙыу урыны һәм ваҡыты күрһәтелеп төҙөлөргә һәм васыятнамә яҙыусының үҙ ҡулы менән имза ҡуйылып, нотариус тарафынан раҫланырга тейеш.
Бөгөнгө көн васыятнамә төҙөү үлгәндән һуң мөлкәттең яҙмышын билдәләүсе берҙән-бер документ. Васыятнамә төҙөүселәр һаны кәмей барһа ла хоҡуҡ сығарыусылар мөлкәт менән артабан ҡулланыуҙың был төрөн иғтибарһыҙ ҡалдырмай.
Васыятнамәне нисек дөрөҫ итеп төҙөү ҡағиҙәләрен иҫегеҙгә төшөрәбеҙ.
Үҙенең мөлкәте менән тик граждандар ғына файҙала ала. Ә бына законлы вариҫ дәрәжәһендә граждандар ҙа, юридик шәхестәр ҙә булырға мөмкин. Бөгөн васыятнамә тик бер граждандың исеменән һәм уның шәхси ҡатнашыуында ғына төҙөлә, ышаныс буйынса васыятнамә яҙырға ярамай.
Иҫән сағында васыятнамә төҙөүсенең үҙ ирке менән уның пункттарын үҙәгәртә, алып ташларға хоҡуғы бар. Васыятнамә уны яҙып ҡалдырған кеше үлгәндән һуң ғына үҙ көсөнә инә.
Васыятнамә нигеҙендә вариҫтарҙың һәр береһенә айырым әйбер, йәиһә бар мөлкәттән өлөштәр бирелә. Уны яҙыусының хоҡуҡтары мотлаҡ өлөш тураһындағы ҡағиҙәләр менән генә сикләнгән. Мотлаҡ өлөштө эшкә яраҡһыҙ йәки балиғ булмаған балалары, эшкә яраҡһыҙ тормош иптәше, йә ата-әсәһе, шулай уҡ уның тәрбиәһендә булғандарҙың алырға хоҡуғы бар. Эшкә яраҡһыҙ тип пенсия йәшенә еткәндәр һанала. Әгәр вариҫ хаҡлы ялға теге йәки был льгота менән сыҡһа, уға мотлаҡ өлөш биреү ҡаралмай.
Дөйөм ҡағиҙәләр буйынса васыятнамәне раҫлаған мәлдә нотариус бүлмәһендә васыят яҙыусының яңғыҙы булыуы зарур. Шулай уҡ васыят яҙыусының теләге буйынса документ шаһиттар ҡатнашлығында ла төҙөлә. Тик васыят ҡағылған кешеләр, шулай уҡ балалары, ата-әсәһе, тормош иптәше; белемһеҙ; тормошҡа яраҡһыҙ; рус телен белмәгән; васыятнамәне раҫлаусы нотариус бер үк ваҡытта шаһит була алмай.
Нотариусҡа, шаһиттарға, тәржемәселәргә васыятнамәнең йөкмәткеһе тураһында һөйләп йөрөү тыйыла.
2018 йылдың 1 сентябрендә Граждандар кодексында ир менән ҡатындың береһе васыятнамә төҙөгән хәлдә икенсеһенең ҡатнашыуына мөмкинлек биргән үҙгәреш үҙ көсөнә инде. Был осраҡта ир йәки ҡатын шаһит итеп һаналмай, васыятнамә яраҡһыҙ тип танылмай, сөнки уны раҫлағанда ирле-ҡатынлылар сит кеше кеүек ҡатнаша. Васыятнамә төҙөгәндә гражданин тик үҙ мөлкәте менән генә идара итә, ире йәки ҡатынының сарала ҡатнашыуы икенсеһенең мөлкәтен дә васыятнамәгә индереүгә хоҡуҡ бирмәй. Был нормалар хоҡуҡ сығарыусыларҙың васыятнамәлә “ир менән ҡатындың берҙәм васыятнамәһе” тигән төрөнә яңы аҙымы.
Оҙаҡламай РФ Граждандар кодексында васыятнамәне төҙөү буйынса яңы үҙгәрештәр көтөлә. Улар ирле-ҡатынлыларға берҙәм васыятнамә төҙөүгә ирек бирәсәк.
Ирина Хәлилова,
нотариус.
Читайте нас: