Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
18 Декабрь 2020, 18:04

Тыуған ерем — башҡорт ере, туған телем — башҡорт теле

Уҡыусыларыбыҙ фәнни-ғәмәли конференцияла еңеү яуланы

“Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында БР Мәғариф һәм фән министрлығы “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс) — йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә 2020 йылдың ноябрендә Архангел, Ауырғазы, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы райондарының мәктәп уҡыусылары араһында Башҡорт теле йылына арналған муниципаль-ара фәнни-ғәмәли конференция ойошторҙо.
Беҙҙең уҡыусылар мәртәбәле сарала ҡатнашып ҙур уңыштарға өлгәште. Һөҙөмтәлә, “Тыуған яҡ топонимикаһы” номинацияһында Шиһабетдинова Резида (Абҙан мәктәбе) — 1-се, “Башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхестәре — минең райондаштарым” номинацияһында Хәйретдинова Гөлнәзирә, Юлыбаева Арина (Тирәкле) 2-се урынға лайыҡ булды һәм Диплом менән бүләкләнде. Шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Кинйәғолова Фидәлиә Фәрит ҡыҙы менән Ғайсарова Рәшиҙә Факил ҡыҙы еңеүселәрҙе әҙерләүҙә һәм эксперт комиссияһы составында әүҙем эшмәкәрлектәре өсөн Рәхмәт хаттары менән билдәләнде.
Лена Садиҡова,
район мәғариф бүлеге методисы.
Читайте нас: