Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
18 Декабрь 2020, 16:04

“Теләктәр шыршыһы”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Теләктәр шыршыһы” Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашты. Төбәк етәксеһе “Башҡортостан” дәүләт концерт залында ҡуйылған шыршынан акцияла ҡатнашыусыларҙың теләктәре яҙылған өс шарҙы алды.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Теләктәр шыршыһы” Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашты. Төбәк етәксеһе “Башҡортостан” дәүләт концерт залында ҡуйылған шыршынан акцияла ҡатнашыусыларҙың теләктәре яҙылған өс шарҙы алды.
Мәҫәлән, туғыҙ йәшлек Михаил Манулин – электрон микроскоп, 15 йәшлек Роман Щекатуров – велосипед, ә 65 йәшлек Татьяна Буланкина ҙур экранлы планшет тураһында хыяллана икән.
– Өс теләктең барыһын да мотлаҡ үтәйем, – тине Радий Хәбиров. – Был ысынлап та бик яҡшы проект. Ул ил Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән тормошҡа ашырыла. Ҡатмарлы 2020 йылда был айырыуса мөһим, сөнки кешеләр пандемияға бәйле беҙ хәл итергә тейешле мәсьәләләр сәбәпле зыян күрергә тейеш түгел. Беҙ Хөкүмәттә һәр ҡайһыбыҙ ошонда килеп, шыршынан шарҙы алып, унда яҙылған теләкте үтәй тип ҡарар иттек. Теләктәрҙе кескәй балалар һәм һаулығында кәмселектәре булған өлкәндәр яҙған. Яңы йыл алдынан улар мөғжизәне түҙемһеҙләнеп көтә. Һәм беҙҙең бурыс – был мөғжизәне булдырыу.
“Теләктәр шыршыһы” Бөтә Рәсәй акцияһының маҡсаты – етемдәрҙең, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балаларҙың һәм һаулығында кәмселектәре булған өлкәндәрҙең Яңы йыл хыялдарын тормошҡа ашырыу. Акцияға 5 декабрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин старт бирҙе.
Ғаризалар 16 ноябрҙән 15 декабргә тиклем ҡабул ителде. Башҡортостандан акцияның сайтына 500-ҙән ашыу теләк килде. Уларҙы 28 февралгә тиклем үтәйҙәр.
Читайте нас: