Инйәр
+27 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
18 Декабря 2020, 12:15
Телһеҙ булып барабыҙ
“Тел, тел”,— тиеп заң ҡағабыҙ —
Телһеҙ булып барабыҙ:
Тәпәй баҫҡан сабый ауазынан
Заңҡый йөрәк ярабыҙ.
“Мама”, — тиеп асыла теле,
“Кушать дай”, — тип һорай икмәк.
Беҙҙең бит башҡорт ауылы,
Аптырау, нишләмәк кәрәк?
Тәүге тәрбиә ғаиләнән, тип,
Бойорам мин әсәгә,
Ҡыҙың бит башҡортса белмәй
Төштө бит беренсегә.
Эй, хитлана уҡытыусы —
Башҡортсаға өйрәтә.
Теле әйләнмәй меҫкендең,
Дәрес буйы йөҙәтә.
Үҙ ереңдә сит кеүек
Ҡалырбыҙмы тарихта,
Ҡомартҡы булып ҡалырмы тел
Бөгөнгө башҡорт халҡында?
Роза Ғәббәсова,
Тәүәкәс ауылы.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
16 Марта , 10:13
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Новости
16 Марта , 10:08
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Новости
16 Марта , 10:07
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Новости
16 Марта , 10:06
“Йыл оҫтаһы” конкурсына ҡыҙыҡһыныу ҙур