Ярты сәғәтлек драмала һуғыш, тыныс тормош, ғүмерҙең мәғәнәһе, ҡәҙере һәм башҡа фәлсәфүи темалар күтәрелде.
Мәҙәнәиәт йорто артистары сәхнә әҫәре менән быға тиклем дә сығыш яһағандар ине. Ситтән тороп күрһәтелгән тамаша тулы күләмдә күрһәтелгәндән бер ҙә ҡайтыш булманы. Алмаз Хужиндың оҫта режиссерлыҡ алымдары, бай фантазияһы, артистарҙың бар тырышлыҡтарын һәм оҫталыҡтарын һалып, образдарҙы тамашасы күңеленә еткерерлек итеп уйнауы, сәхнә биҙәлеше, тауыш ҡуйылышы ошо тәрән эстәлекле әҫәрҙе халыҡ йөрәгенә еткерә алды. Спектакль юғары кимәлдә бер тынала үтте.