Инйәр
+12 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
18 Декабря 2020, 12:43
Спиртлы эсемлектәрҙе законһыҙ етештереү һәм һатыу
Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы район-ара суды Өфө ҡалаһында йәшәүсе 33 йәшлек иргә ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы.
Ул РФ УК-ның 1-се бүлегенең 171.3-сө статьяһы нигеҙендә енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле тип табылды (законһыҙ рәүештә составында спирт булған һәм аҙыҡ-түлек категорияһына ҡарамаған продукция етештереү йәки уны һатыу).
Суд хөкөм ителеүсенең 2020 йылдың февралендә Архангел районы территорияһында “LADA XRAY” автомобилендә полимер баллондарҙа акциз маркаһыҙ һәм маркировкаһыҙ дөйөм суммаһы 140 мең һумдан юғары 310 литр самаһында составында спирт булған һәм аҙыҡ-түлек категорияһына ҡарамаған продукцияны күсереүен раҫланы. Хөкөм ителеүсе үҙенең ғәйебен тулыһынса таныны.
Ҡылынған енәйәттең уртаса ауырлыҡ категорияһына ҡарауын һәм хөкөм ителеүсенең енәйәт зыянын йомшартыуын иҫәпкә алып, уға енәйәти хоҡуҡлы характерҙағы сара билдәләнде. Һөҙөмтәлә суд ғәйепләнеүсегә 90 мең һумлыҡ шраф һалды.
Составында спирт булған законһыҙ продукция суд ҡарары буйынса юҡ ителә.
Алексей Ротков,
район прокуроры.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
16 Марта , 10:13
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Новости
16 Марта , 10:08
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Новости
16 Марта , 10:07
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Новости
16 Марта , 10:06
“Йыл оҫтаһы” конкурсына ҡыҙыҡһыныу ҙур