Инйәр
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
18 Декабрь 2020, 18:08

Социаль оҙатыу нимә ул?

Архангел “Ғаилә” район-ара үҙәгенә йыш ҡына “Нимә ул социаль оҙатыу? Ул ғаиләне иҫәпкә алыумы? Ниндәй ғаиләләрҙе социаль оҙатыуға алалар?” тигән һорауҙар менән мөрәжәғәт итәләр.

Ғаиләне социаль оҙатыуға алыу — ул ғаилә именлегенә йүнәлтелгән саралар комплексы. Уның сиктәрендә ғаиләгә медицина, психологик, педагогик, юридик һәм социаль ярҙам күрһәтелә.
Социаль оҙатыуҙа ҡатнашҡан ойошмалар составына (ғаилә менән килешеп) БР башҡарма власть органдары һәм башҡа органдар, медицина учреждениелары, белем биреү, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт, халыҡты эш менән тәьмин итеү һәм башҡа профилактик саралар күрһәтеүсе ойошмалар инә.
Ғаилә ҡайһы осраҡта социаль оҙатыуға мохтаж? Балиғ булмаған бала тәрбиәләгән граждандың эш урыны һәм йәшәүгә саралары булмағанда, ғаилә эсендә шәхес-ара, ата-әсәнең бала менән мөнәсәбәттәре боҙолғанда, ығы-зығы тыуғанда, наркотик һәм алкоголгә бәйлелектән интеккәндә, ата-әсә хоҡуғын тергеҙгәндә, баланы интернаттан кире ғаиләгә ҡайтарғанда, законлы никахты тарҡатҡанда, балиғ булмаған балалы граждандың яңынан никахҡа ингән сағында, ғаилә ағзаһы азатлыҡтан мәхрүм ителгәндә, вафат булғанда, йәиһә ғаиләнең хәлен кирегә этәргән башҡа осраҡтарҙа.
Социаль оҙатыуға ғаилә ата-әсәнең береһе шәхси ғариза яҙғандан һуң алына. Был сараны имен булмаған ғаиләне иҫәпкә алыу менән бутарға ярамай. Сөнки имен ғаиләләрҙә лә үҙҙәре генә хәл итә алмаған төрлө хәл-ваҡиғалар, мәсьәләләр килеп тыуырға мөмкин.
2018 йылдың мартынан үҙәктә 104 ғаилә социаль оҙатыуҙа торҙо. Һәр ғаиләгә айырым куратор тәғәйенләнде. Әйткәндәй, психологтар балиғ булмаған балалар менән ата-әсәнең береһенең рөхсәте булғанда ғына эшләй.
“Ғаилә” район-ара үҙәгендә “Әйберҙәр банкы” эшмәкәрлек итә: һәр ғаиләнең паспорт һәм СНИЛС буйынса әйбер һайлап алырға мөмкинлеге бар, шулай уҡ кәрәкмәгән кейем-һалымдарҙы, аяҡ кейемдәрен һәм башҡаларҙы бында килтерергә була. Белешмә өсөн телефон 2-26-74 (Архангел ауылы, Совет урамы, 40). Көн һайын сәғәт 9-00-ҙан 17-12-гә тиклем эшләйбеҙ, төшкө ял 13-00-тән 14-00-кә тиклем, шәмбе һәм йәкшәмбе — ял көндәре.
Елена Швейкина,
“Ғаилә” район-ара үҙәге белгесе.
Читайте нас: