Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
18 Декабрь 2020, 17:18

Әсәйҙең доғаһы

Жүнәид хәҙрәттең бик ихлас бер ҡатын-ҡыҙ шәкерте бар ине.

Көндәрҙең береһендә шул ҡатындың берҙән-бер ғәзиз улы һатыу эше менән оҙон сәфәргә сығып китте. Уларҙың юлдарына ғәскәр осраны. Мосафирҙарҙың бөтөн әйберҙәрен талап, үҙҙәрен әсирлеккә алдылар. Шунан ҡаса алған бер нисә кеше ғәзиз әсәгә хәсрәтле хәбәр алып ҡайтты.
— Эй әсә, һинең һөйөклө улың бик йыраҡ илдәрҙә бер батшаның ҡулына әсирлеккә төштө, — тип әйттеләр.
Был әсә, хәсрәт утында яна-яна, рухи уҡытыусыһы булған Жүнәид хәҙрәт янына барып:
— Эй остазым, улым, берҙән-берем әсирлеккә төштө. Ул иҫән-һау шунан ҡотолһон өсөн доға ҡыл әле, — тип әсә кеше күҙ йәштәре менән ялбырҙы.
— Эй, хөрмәтле шәкертем, әсәләрҙең балаларына ҡылған доғаһы беҙҙең доғаларҙан күпкә көслөрәк. Бар ҡайт, тыныслан, сабыр ит, доғала бул. Улың иҫән-һау ҡайтыр, — тип яуап ҡайтарҙы хәҙрәт.
Әсә кеше өйөнә ҡайтып китте. Көнө — көн, төнө төн булманы. Ашаған ризығының, эскән һыуының тәмен татыманы. Күҙҙәренән йәштәре шишмәләрҙән аҡҡан һыу кеүек аҡты. Көндөҙ күҙҙәрен тәҙрәләрҙән алманы, гел улын көттө. Төндәрен башын сәждәгә ҡуйып үткәрҙе. Йөрәге яныуҙан, теле доғанан, күҙе күҙ йәштәренән туҡтаманы. Иртәнге намаҙҙан һуң хәҙрәт янына йүгерҙе.
Хәҙрәт уға:
— Һинең доғаң минекегә ҡарағанда өҫтөнөрәктер, — тип кисә генә әйткән һүҙҙәрен тағы бер тапҡыр ҡабатланы.
Был хәл ҡырҡ көнгә ҡәҙәр дауам итте. Ғәзиз әсәнең башындағы сәстәре ағарҙы. Ҡайғы утында яна-яна, ҡоро һөйәккә ҡалды. Ҡырҡ көндән һуң ул тағы хәҙрәт янына барҙы. Бөтөнләй талсыҡҡан әсә бөтөн көсөн юҡ итеп, аңын юғалтып, хәҙрәттең ишек тупһаһы янына йығылды. Хәҙрәт, доғаларын уҡып, йөҙөнә өрөп, һыуҙар эсереп уны һушына килтергәндән һуң, йылмайып ҡатынға:
— Эй, ғәзиз әсә доғаң ҡабул булды. Ете күкте кәртәһеҙ үтеп, доғаңа яуап килде. Бөгөн төндә бик асыҡ бер төш күрҙем. Иртәгә һөйөклө улың иҫән-һау булып ҡайтып етәр. Бар, ҡайт, һөйөнөслө йөҙөң менән улыңды ҡаршы алырға әҙерлән, — тип әйтте.
Әлеге һүҙҙәрҙе ишеткән әсәнең йөҙө болоттарҙан арынған ҡояш кеүек яҡтырып китте. Ул ашыға-ашыға, өйөнә ҡайтты. Улының иң яратҡан ризыҡтарын әҙерләне. Һөйөнөстән башын мендәргә лә ҡуйманы, төнөн йоҡламайынса уҙғарҙы. Таң ата башлауға уҡ урамға сыҡты һәм күҙҙәрен юлдан алманы. Яҡынса өйлә ваҡыты еткәндә ике баһадир әсәнең берҙән бер улын имен-аман рәүештә өйгә ҡайтарып, әсәһенең ҡулына тапшырҙы. Әсәнең һөйөнөслө күҙ йәштәрен ҡәләм менән аҡ биткә яҙыу һис тә мөмкин түгел.
Өйгә кереп, бер аҙ ял иткәндән һуң, әсә улына:
— Был ауыр һынауҙа атайымдан да яҡыныраҡ булған остазым миңә таяныс булды. Жүнәид хәҙрәт янына бергәләп барып, шатлығыбыҙҙы уртаҡлашайыҡ, — тип әйтте.
Һәм улар икәүләшеп хәҙрәт янына йүнәлделәр. Барып етеп, сәләм биргәс, доға ҡылғандан һуң, хәҙрәт егеттән:
— Әсирлектән нисек ҡотолоуыңды ғибрәт булһын өсөн беҙгә һөйләп кит әле, — тип һораны.
— Эйе, унан ҡотолоуым ғәжәп ғибрәтле хәл, — тип һөйләй башланы ул. — Беҙҙе әсирлеккә алғандан һуң, аяҡтарыбыҙҙы сылбырҙар менән бығаулап, иртәнге таңдан ҡояш батҡанға тиклем ауыр хеҙмәттәрҙә эшләтәләр ине. Был хәл һәр көн дауам итте. Ике көн элек, эшкә алып сыҡҡандан һуң, аяғымдағы тимер бығауҙар үҙ-үҙенән сәбәпһеҙ өҙөлдө. Һаҡсылар бығауһыҙ ҡалған аяҡтарымды күреп: “Сылбырҙарыңды ниңә өҙҙөң?” — тип ҡаты ғына мине туҡманылар һәм тағын бығауланылар. Был осраҡта ла бығауҙар уларҙың күҙ алдында өҙөлөп, сәлпәрәмә килде. Улар был хәлде күреп бик ныҡ ҡурҡты. Мине батша янына алып киттеләр. Был хәл батша алдында ла ҡабатланды. Ул ғәжәпләнеп, тотлоға-тотлоға, минән:
— Кем һин? Сихырсымы, бағыусымы, әллә Алланың дуҫымы? — тип һораны.
— Мин сихырсы ла, Алланың дуҫы ла түгелмен, ябай кешемен. Аяғымдағы бығауҙарҙың өҙөлөү сәбәптәрен үҙем дә белмәйем, — тип яуап ҡайтарҙым.
Батшаның уң яғында ултырған аҡ һаҡаллы бер вәзир, уларҙан рөхсәт һорап:
— Һинең ата-әсәң иҫәнме? — тип һораны.
— Атайым мин тыуғансы үлгән. Әммә Аллаға шөкөр, әсәйем иҫән, — тип яуап ҡайтарҙым.
— Әсәйең менән арағыҙ нисек? — тип тағы бер һорау бирҙе вәзир.
— Минең өсөн донъяла әсәйемдән дә яҡыныраҡ, ә әсәйемә — минән дә яҡыныраҡ кеше юҡ. Уның минең өсөн хәсрәт уттарында яныуҙарын бында уҡ һиҙеп торам, — тинем.
— Эй, батшам, ысындан да был егет беҙҙең кеүек ябай бер кеше. Уның бығауҙарын өҙә торған әйбер — әсәһенең әрнеп ҡылған доғаһы. Әгәр ҙә беҙ был егетте иҫән-һау хәлендә әсәһенең ҡосағына тапшырмаһаҡ, батшам, һин дә, мин дә һәләк буласаҡбыҙ. Әсәһенең доғаһы беҙгә хәсрәт уты булып яуасаҡ, — тип һүҙҙәрен тамамланы вәзир.
Шунан һуң батша тетрәнеп ҡуйҙы.
— Ике ҡеүәтле тән һаҡсыларым, был егетте әсәһенә алып ҡайтып тапшырығыҙ. Уның менән берәй нәмә була ҡалһа, башығыҙ менән яуап бирәсәкһегеҙ. Хәҙер үк юлға сығығыҙ һәм ул әсәнән беҙҙең өсөн доға ҡылдырығыҙ, — тип һүҙен тамамланы егет.
Жүнәид хәҙрәт:
— Күрҙегеҙме, әсәнең доғаһы, сабырлығы һәм доғала дауамлы булыуы бәләләрҙән ҡотҡара һәм һөйөнөслә хәлдәргә илтә, — тип әйтте.
Эй, хөрмәтле дуҫтарым! Ысынлап та, донъяла әсә тигән кеше балаһы өсөн бөтөн нәмәһен ҡорбан итергә әҙер. Хатта, кәрәк булһа, йәнен дә бирә ала. Ғәзиз әсәләр, балаларын туғыҙ ай буйы ҡарындарында һаҡлай-һаҡлай күтәреп, ауырлыҡтарҙы үтеп, сабыйҙарын донъяға килтерәләр. Унан һуң ике-өс йыл дауамында көнөн-төнөн рәхәтлектәрен, йоҡоларын, ялдарын ҡорбан итеп, балаларын күҙ ҡараһы кеүек ҡарап үҫтерә. Балам ашаһын, туҡ булһын, башҡаларҙан кәм булмаһын, бәхетле булһын тип ғүмерҙәрен балаларына бағышлайҙар. Ҡайһы ваҡыт һикһән йәшен тултырған әсәнең ҡырҡ-илле йәшлек балаһы өсөн “Балам” тип яныуҙарын да күрергә тура килә.
Роза Ғәббәсова.
Тәүәкәс ауылы.
Читайте нас: