Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
18 Декабрь 2020, 18:10

Данлы хеҙмәттә — оло хөрмәт

Район йылъяҙмаһында намыҫлы хеҙмәттәре менән лайыҡлы урын биләгән шәхестәребеҙ бихисап.

Ауыл хужалығында, сәнәғәттә, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт өлкәһендә айырыуса тырышып эшләгән, район ҡаҙаныштарын арттырыусы хеҙмәт кешеләрен орден-миҙалдар менән бүләкләү — хөкүмәтебеҙҙең оло хөрмәте булып тора. Бигерәк тә уҙған быуаттың икенсе яртыһынан намыҫлы хеҙмәтте баһалауға айырыуса ҙур иғтибар ителгән.
Икенсенән, фиҙаҡәрлек күрһәтеүселәр тарихҡа инеп ҡалған. Улар менән районыбыҙ халҡы хаҡлы рәүештә ғорурлана ала.
Ленин ордены кавалерҙары: Йәғәфәрова Ә.С., Вейс М.Я., Вернер М.Ж., Дуч А.Ф., Колпащикова А.И.,Черпаченко М.А., Ягодин А.И., Крузе Л.А., Закит Х.Я., Швейкин В.Д.; “Почет билдәһе” ордены кавалерҙары: Аҡбаев С.Ә., Абдрахманов А.Х., Йосопов Ғ.Ә., Аҫылбаева Р.Б., Вәлиев Ф.Н., Вәлиева Ф.И., Иманғәлин Р.С., Мырҙағолов А.З., Мортазина А.А., Хәбиров Р.С., Хәлилов Ф.Л., Бардуков В.Ф., Вецисс М.А., Городилова З.Н., Егорова Н.Д., Еронова Ю.И., Жаваронков Н.А., Желтова А.И., Каданцева Л.И., Кудряшов Г.В., Никитина М.В., Пискунов М.Ф., Савин А.С., Сучков В.В., Черпаченко М.А., Шальков П.К., Швецова А.А., Ширшов Л.А. һәм башҡалар.
“Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ” орденына лайыҡ булыусылар: Әлибаева Ү.Ә., Зәйетҡолов М.А., Ҡаһарманов Н.М., Килмөхәмәтов Р.З., Нурғәлиев Ф.Л., Ямансаров М.Ғ., Лоғаманов Ғ.Й., Сәйфуллина М.А., Фәттәхова М.Ғ., Хәбиров Р.С., Антипин А.В., Вечкова А.П., Ергизова Н.А., Звайгзне А.Я., Казаков Ф.А., Кожевников К.С., Пискунов Ф.К., Соснин А.И., Чернов В.А., Швецова А.А., Ягодин А.И. һәм башҡалар.
“Хеҙмәт Даны” ордены менән бүләкләнеүселәр: Әбдрәфиҡова М.Ҡ., Йәрмөхәмәтова М.Ҡ., Бикбулатова Х.Ю., Рамазанов С.Х., Шәрәфетдинов М.Ғ., Мирсаяпова М.З., Исхакова Ф.Х., Вәлитова А.И., Баһауетдинова М.Б., Баранов Ф.Н., Барышев И.М., Альгин М.Ф., Городилова З.Н., Зубанов Г.В., Иконников Н.И., Коченнова Р.В., Пискунов А.П., Попко З.Ф., Швецов А.А., Эрмянсон А.А. һәм башҡалар.
“Октябрь революцияһы” ордены: Әлибаева Ү.Ә., Йәғәфәрова Ә.С., Городилова З.Н., Колпащикова А.И., Чернов В.А., Швецова А.А., “Халыҡтар дуҫлығы” ордены: Хәбиров Р.С., Гусарова А.И. һәм башҡалар лайыҡ булды.
“Хеҙмәт батырлығы өсөн” ордены Моратова Ф.Х., Гайлис В.М., Галина В.Ф., Пискунова А.С., Цируль В.Я. һәм башҡалар. “БР-ҙа фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” билдәһе менән бүләкләнеүселәр: уҡытыусы Юламанова А.Т., табип Зубрицкая Т.И., социаль хеҙмәткәр Туманова Н.А., һәм “3-сө дәрәжәле Хеҙмәт Даны” ордены кавалеры Мәзитов Б.Х.
Был данлы исемлекте дауам итергә лә мөмкин, әммә һуңғы йылдарҙағы мәғлүмәт менән хәбәрҙар түгелмен. Шуға ла кемдеңдер исем-шәрифтәре әйтеп үтелмәһә, үпкәләмәһендәр, тим. Артабанғы фекрҙе йәшерәктәр дауам итер, тип уйлайым.
Әлбиттә, хеҙмәт кешеһе орден-миҙал өсөн эшләмәй, бындай билдәләр ана шул тырышлыҡты хөрмәтләү сараһы ғына. Әммә нисек кенә булмаһын, “Хеҙмәт төбө — хөрмәт” икәне аңлашыла. Алда телгә алынғандарға тиңләшеүселәр ҙә күп районыбыҙҙа, шулай ҙа һәр кемгә лә тейешле баһа биреп бөтөп булмайҙыр.
Өлкән быуындың намыҫлы хеҙмәтен хөрмәтләп, унан үрнәк алып, заман талаптарынан артта ҡалмайынса, үҙенең тыуған төйәгенең иҡтисадын байытып йәшәү — йәштәр ҡулында. Балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ үҙ тыуған еренең ысын илһөйәре булһын.
Нәсиә Йосопова,
педагогик хеҙмәт ветераны.
Абҙан ауылы.
Читайте нас: