Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
18 Декабрь 2020, 18:01

“Башҡортостандың йөҙ шағиры”

2020 йылдың 16 ноябренән 6 декабргә тиклем БР Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан ситтән тороп “Башҡортостандың йөҙ шағиры” тип аталған киң әҙәби марафон уҙғарылды.

Был сараның маҡсаты булып заманса технологияларҙы файҙаланып Башҡортостан Республикаһың әҙәби мираҫын популярлаштырыу торҙо.
Марафонда Башҡортостан һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа субъекттары мәктәптәрендә белем алған 5-11 класс уҡыусылары, БР һөнәри һәм юғары белем биреү йорттары студенттары ҡатнашты. Улар республикабыҙ шағирҙарының, шул иҫәптән Рауил Бикбаев, Кәтибә Кинйәбулатова, Шәйехзада Бабич, Мифтахетдин Аҡмулланың әҙәби мираҫын өйрәнеүгә, Башҡорт теле көнөнә арналған “Мин башҡорт телендә һөйләшәм”, “Теле барҙың иле бар”, Бөйөк Еңеүгә бағышланған “Бер кем дә, бер нимә лә онотолмаған”, “Мәңгелек хәтер” темаларына презентациялар, видеороликтар һәм анимацион фильмдар тәҡдим итте.
Конкурс материалдары башҡорт, рус йәки башҡа Башҡортостанда йәшәгән халыҡтар телендә ебәрелде.
Район эсендә был бәйге 24 ноябрҙән 3 декабргә тиклем ойошторолдо. Мәртәбәле ярышта барлығы 10 белем усағынан 20 уҡыусы ҡатнашты. Абруйлы баһалама комиссияһы алдына бик матур, йөкмәткеле ижади эштәр тәҡдим ителде. Һөҙөмтәлә, “Башҡортостан Республикаһы яҙыусылары һәм шағирҙары” номинацияһында 5-7-се кластар араһында 1-се урынды Моратова Нәргиз (Тирәкле мәктәбе, етәксеһе А.Р.Баһауетдинова), 2-се — Ғайсарова Нәркәс (Ҡыҫынды, Р.Ф.Ғайсарова), 3-өнсөнө Иргизова Илиза ( Ырныҡшы, Е.Е.Еремина) яуланы.
8-9-сыларҙан “Башҡортостан Республикаһы шағирҙарының әҙәби мираҫын өйрәнеү” номинацияһында 2-се урынға Хәжиәхмәтова Айгөл (2-се Архангел мәктәбе, Р.М.Маликова) менән Ғәлимова Эльвира (1-се Архангел мәктәбе, А.З.Япарова), 3-сө урынға Муллагилдина Дания (Максим Горький, Т.М.Ҡотлозаманова) һәм Хөснөтдинов Фәнзил (Зәйет, Г.М.Ғилманова) лайыҡ булды.
8-9-сы кластарҙан “Мәңгелек хәтер” номинацияһында беренселеккә Шиһабутдинова Резида (Абҙан, Ф.Ф.Ғизәтуллина) сыҡһа, 2-се урынды Оҙондар мәктәбенең коллектив сығышы (Оҙондар, Г.А.Дәүләтова) алды.
Лена Садиҡова,
район мәғариф бүлеге методисы.
Читайте нас: