Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
14 Декабрь 2020, 12:52

Тәгәрмәс аҫтында ҡалған...

Ҡыҙыҡай юл аша сығып барған була...

Нуриман районының Иҫке Исай ауылында мәктәп автобусынан төшкән бер үҫмерҙе тапағандар. Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, юл фажиғәһе ошо ауылдың Үҙәк урамында була. 49 йәшлек ауыл кешеһе ВАЗ машинаһында 12 йәшлек ҡыҙҙы тапата. с. Авария һөҙмәтһендә ҡыҙыҡай тән йәрәхәттәре алып, дауаханаға эләгә.
Водителдең һүҙҙәренән, үҫмер ҡыҙ машина алдына уйламағанда килеп сыҡҡан, ул мәктәп автобусынан төшкән һәм ярамаған урындан юл аша сыға башлаған.
Әле был юл фажиғәһенең сәбәптәре асыҡлана. Ғөмүмән, республикала балалар ҡатнашлығында юл фажиғәләре йышайҙы, тип билдәләйҙәр ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм йыш ҡына үҫмерҙәр үҙҙәре сәбәпсе була икән.
Читайте нас: