Инйәр
+6 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
Төрлөһөнән...
11 Декабря 2020, 13:38
Ҡыр ҡабандарына — күҙәтеү
Сусҡаларҙың Африка тағуны (чума) сире менән зарарланыу хәүефен булдырмау, таралыуына юл ҡуймау һәм артабанғы үрсемде хәстәрләү йәһәтенән район буйынса ҡырағай ҡабандарҙың туҡланыу майҙандарына рейдтар ойошторолдо.
“Природа Приуралья” фәнни-етештереү селекция предприятиеһының һунарсылыҡ биләмәһе территорияһында БР Экология министрлығының һунарсылыҡты күҙәтеү дәүләт инспекторы Ю.П.Кириллов Архангел районының ветеринар станцияһы һәм район мәғлүмәт-консультация үҙәге хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ҡырағай ҡабандарҙың ҡышҡы аҙыҡ запасын, туҡланыу ерҙәрен тикшерҙе.
Ошондай саралар райондың барлыҡ һунарсылыҡ хужалыҡтарында ла уҙғарыласаҡ. Улар РФ Хакимиәтенең 2020 йылдың 19 сентябрендә сыҡҡан 2359 һанлы ҡарарына ярашлы ҡырағай ҡабандарҙың миграцион әүҙемлеген һәм һанын кәметеү маҡсатынан үтәлә, сөнки был хайуандар ауырыуҙы төп таратыусылар булып тора.
Архангел районында 250 мең гектар майҙандағы биш һунарсылыҡ биләмәһе урынлашҡан.
Илшат Шәрәфетдинов,
район мәғлүмәт-консультация үҙәге агрономы.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
16 Марта , 10:13
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Новости
16 Марта , 10:08
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Новости
16 Марта , 10:07
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Новости
16 Марта , 10:06
“Йыл оҫтаһы” конкурсына ҡыҙыҡһыныу ҙур
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"