Хәл осраҡлы түгел: пандемия башланыу менән Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ғәҙәттәге аш тоҙон коронавирус инфекцияһын иҫкәрткән иң ябай ысул тип атаны. Отоларингологтар тоҙ иретмәһен сирләгәндән һуң еҫ һиҙеүҙе тергеҙеү өсөн ҡулланырға кәңәш итә.
Айырыуса Ырымбурҙағы Тоҙло Илек ятҡылығында сығарылған тоҙҙоң әһәмиәтен билдәләйҙәр. Баҡһаң, унда бик көслө антиоксидант – селен бар икән. Ғалимдарҙың фекеренсә, цинк, D витамины һәм селен инфекцияға ҡаршы тороусанлыҡты арттыра.
Бер нисә илдең тикшеренеүселәре пандемия осоронда организмда селендың ҡытлығына ҡаршы көрәшергә кәрәклекте билдәләй. Рәсәй ғалимдары иммунитетты нығытыу һәм антиесемдәр барлыҡҡа килеү өсөн цинк, селен һәм D витаминының юғары тәьҫирлеген иҫбатлаған. Улар организмда етешмәгәндә сир ауырыраҡ үтә, ти белгестәр. Был хаҡта әйтелгән фекерҙәрҙе ҡабатлап тормайынса, Илек тоҙоноң ни өсөн файҙалы булыуын билдәләргә тырышайыҡ.
– 2007 йылда уҡ Рәсәй Фәндәр академияһы тикшеренеүҙәре аш тоҙонда был минералдың булыуын раҫланы, – ти “Илецксоль” метрология, сертификатлау һәм сифат департаменты етәксеһе Елена Матвеева. – Бер килограмм Илек тоҙона 17 микрограмм селен тура килә. Балыҡ, ит, сәтләүек, ярмалар менән бергә беҙҙең аш тоҙо ла селенды ҡулланыуҙың тәүлек күләмен тулыландырырға ярҙам итә.
Тоҙ иретмәһе менән танау ҡыуышлығын сайҡатыу йоғошло сирҙәрҙе барлыҡҡа килтергән вируслы һәм бактериаль ҡуҙғытҡыстарҙы кәметә. Отоларингологтар әйтеүенсә, тоҙ иретмәһе поливитаминдар ҡулланыу һәм күберәк шыйыҡлыҡ эсеү менән бергә тиҙерәк аяҡҡа баҫырға ярҙам итәсәк.
Дилара Бәҙретлинова әҙерләне.