Инйәр
+29 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
11 Декабря 2020, 13:20
Тағы ла ҡануниәтте боҙғандар…
Архангел районы прокуратураһы урында “Заманса уңайлы ҡала мөхите булдырыу” милли проектын тормошҡа ашырғанда дәүләт һәм муниципаль ихтыяждар өсөн һатып алыуҙар сфераһының контракт системаларына тикшереү үткәрҙе.
Тикшереү барышында, 2019 йылда Архангел районына Архангел ауылында парк эшләү өсөн бюджеттан аҡса бүленеүе, ауыл хакимиәте башлығының ҡануниәт буйынса ҡаралған конкурс процедураларын үтәмәй, килешеүҙәрҙе конкурсһыҙ төҙөүе, парк эштәрен яһалма рәүештә барлығы 3 016 293, 24 һум тәшкил иткән 11 муниципаль контракттарға бүлеүе асыҡланды.
Ошоларҙан сығып, район прокуратураһы вазифалы кешегә ҡарата РФ КоАП-ның 2-се өлөшөнөң 7.29-ынсы статьяһы нигеҙендә административ эш ҡуҙғатты. Һөҙөмтәлә ул административ яуаплылыҡҡа тартылды һәм 25 мең һум күләмендә штраф һалынды.
Алексей Ротков,
район прокуроры.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
16 Марта , 10:13
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Новости
16 Марта , 10:08
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Новости
16 Марта , 10:07
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Новости
16 Марта , 10:06
“Йыл оҫтаһы” конкурсына ҡыҙыҡһыныу ҙур