Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
11 Декабрь 2020, 18:58

Судтан тыш банкрот булыу статистикаһы

2020 йылдың 1 сентябрендә граждандарға банкротлыҡ процедураһын судҡа мөрәҗәғәт итмәй генә уҙырға мөмкинлек биреүсе федераль закон үҙ көсөнә инде.

Бурыс күләме 50 мең һумдан 500 мең һумға ҡәҙәр булған граждандар күп функциялы үҙәктәр (МФЦ) аша түләүһеҙ ябайлаштырылған процедураларҙан файҙалана ала.
Закон ауыр тормош хәленә юлыҡҡан, аҙ тәьмин ителгән граждандарға көстән килмәгән бурыстарҙан арынырға мөмкинлек бирә.
Ябайлаштырылған процедураларҙан файҙаланыу өсөн күп функциялы үҙәктәргә ғариза һәм кәрәкле документтар пакетын, шулай уҡ барлыҡ кредиторҙарҙың исемлеген тапшырырға кәрәк буласаҡ. Өс көн эсендә судтан тыш банкротлыҡ процедураһын ҡуҙғатыу тураһында белешмәләр банкротлыҡ тураһында берҙәм федераль реестрға индерелә. Шул ваҡыттан алып пенялар һәм бурыстарҙы ваҡытында түләмәгән өсөн штрафтар иҫәпләнмәй.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Росреестр идаралығының мәғлүмәт хеҙмәте хәбәр итеүенсә, күп функциялы үҙәк биргән мәғлүмәттәр буйынса (ике ай өсөн) банкротлыҡ тураһындағы ғариза менән барлығы 163 граждан мөрәжәғәт иткән, уларҙың 26-һына ҡарата банкротлыҡ процедураһы ҡуҙғатылған, 38 граждандың ғаризаларына кире яуап бирелгән, 99–ы ҡайтарылған.
Рәсәй буйынса 13 ноябргә ҡарата, ябайлаштырылған процедура буйынса 1001 граждан банкрот тип танылған.
Иң күп процедуралар Краснодар крайында (67), Силәбе (47), Омск (46), Липецк (43) өлкәләрендә ҡуҙғатылған.
Банкротлыҡ процедураһы менән файҙаланыу маҡсатынан күп функциялы үҙәктәргә Рәсәй буйынса 4144 кеше мөрәжәғәт иткән, 3143 ғариза кире ҡайтарылған (судтан тыш банкротлыҡ процедураһы 24 процентта ғына ҡуҙғатыла).
Судтан тыш, шәхси банкротлыҡ һораусылар буйынса Санкт-Петербург ҡалаһы беренселектә (330 ғариза), унан һуң Мәскәү (306), Тюмень (193) һәм Алтай (180) крайҙары килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаризаларҙың байтаҡ өлөшө ыңғай хәл ителмәй. Дүрт субъекттан бер мөрәжәғәт тә теркәлмәгән: Чукотка, Алтай Республикаһы, Ингушетия һәм Севастополь.
Ғаризалар һаны буйынса иң аҙҙары (10-дан кәм) Псков, Магадан, Амур, Ярославск өлкәләрендә, шулай уҡ Дағстан, Чечен, Төнъяҡ Осетия — Алания, Тыва, Коми, Ҡалмыҡ республикаларында һәм Камчатка крайында.
Наталья Шагиева,
Башҡортостан Республикаһы буйынса Росреестр идаралығы етәксеһенең ярҙамсыһы.
Читайте нас: