Ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы. Интернет-викторинаның маҡсаты — үҫеп килгән быуындың күренекле совет дипломатының тормошона һәм эшмәкәрлегенә ҡыҙыҡһыныуын арттырыу.
Интернет-викторинанан һуң һәр ҡатнашыусыға сертификат тапшырылды.
Күренекле совет дипломаты, шәхес культы ҡорбаны Хәкимов Кәрим Әбдрәүеф улына арнап үткәрелгән мәртәбәле республика интернет-викторинаһында 1-се Архангел урта мәктәбенең 6 класс уҡыусыһы Шәйәхмәтов Тимур (етәксеһе Р.С.Әхмәтйәнова), Абҙан урта мәктәбенең 10–сы класс уҡыусыһы Шиһабутдинова Резида (етәксеһе Ф.Ф. Кинйәғолова) уңышлы ҡатнашып, районыбыҙҙың данын яҡланы. Улар Мәғариф министрлығының Дипломына лайыҡ булды.
район мәғариф бүлеге методисы.