Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
11 Декабрь 2020, 18:32

“Гәзиткә өйрәнгәнмен, унһыҙ күңелһеҙ”.

Тирәкле ауылында йәшәүсе Миңлегөл Солтангәрәй ҡыҙы Мөхәмәтйәрова — “Инйәр” гәзитенең күптәнге дуҫы. Ул баҫмабыҙҙың 2021 йылдың беренсе ярты йыллығына почта аша күптән, тәүгеләрҙән булып яҙылып та ҡуйған.

“Инйәр” гәзите — тоғро дуҫым. Башҡорт гәзите сыҡҡандан бирле уны алдырып, һәр һанын ҡабат-ҡабат уҡып барам. Атайым элек почтала эшләне. Гәзит-журналдарҙы үҙе үк райондан барып алып ҡайта торған ине. Заманында үҙемә лә ике йыл ярым ауылдың хат ташыусыһы булырға тура килде.
15 йыл ауылда һөт йыйҙым, совхоздың башҡа эштәренә лә йөрөнөм. Бабайым Әбделғәни менән биш ҡыҙ, бер ул үҫтерҙек. Уның менән 56 йыл бергә тормош көттөк. Ғүмеребеҙ хеҙмәттә, балалар тәрбиәләүҙә үтте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 8 йыл элек тормош иптәшем баҡыйлыҡҡа китте. Ниндәй генә ваҡытта йәшәһәк тә район, республика матбуғат биттәренә даими яҙылып барҙыҡ. Бөгөн байтаҡ кешеләр аҡса юҡлыҡҡа һылтанып гәзит алдырмай. Минеңсә, был сәбәп түгел. Кеше рухи яҡтан аҙыҡ алғыһы килһә, бер нимәгә ҡарамай туған баҫмаһына яҙыласаҡ, теләге генә кәрәк.
Гәзиттең һәр мәҡәләһе уҡымлы. Миңә бигерәк тә дауамлы хикәйәләр оҡшай, уларҙы түҙемһеҙләнеп көтөп алам. “Файҙалы кәңәштәр”, “Иман нуры”, “Йәшәйеш” рубрикалары ла күңелгә ятышлы. Файҙалы кәңәштәрҙе йыйып барам, кәрәк саҡта ҡулланам. Балаларым да килһәләр район гәзитен уҡыйҙар. Ғөмүмән, “Инйәр” аша район яңылыҡтары, уңған, алдынғы кешеләре, ҡыҙыҡлы яҙмыштар менән танышам.
Гәзиткә өйрәнгәнмен, унһыҙ күңелһеҙ. Ауылдаштарымды ла кемдәр яҙылырға өлгөрмәй ҡалған, гәзитебеҙҙе уҡыйыҡ һәм таратайыҡ тип саҡырам, бигерәк тә йәштәрҙе, — тип һөйләп үтте “Инйәр” гәзитенең тоғро дуҫы булған Миңлегөл Солтангәрәй ҡыҙы.
Дилара Бәҙретдинова.
Автор фотоһы.
Читайте нас: