Инйәр
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
10 Декабрь 2020, 19:13

Радий Хәбиров “Рәсәй 24” телеканалында тура эфирҙа

Хәбәрсе Радий Фәрит улынан COVID-19-ға ҡаршы прививка кампанияһы башланыуы тураһында һораны.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Рәсәй 24” телеканалында тура эфирҙа республикала коронавирусҡа бәйле хәл һәм пандемияға ҡаршы тороу өсөн ҡабул ителгән саралар тураһында һөйләне.
Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, әле төбәктә коронавирусҡа бәйле хәл тотороҡло тип баһалана. Сирлеләр һаны 15 меңдән ашҡан – 15560 кеше. Үҫеш көнөнә 140 кеше кимәлендә. 94 сирле вафат булған.
– Баҫым яһап әйтәм, хәл тотороҡло, сөнки дауаханаларҙа запас урындар күп. Был аҙнала тағы бер йоғошло ауырыуҙар үҙәген төҙөп бөттөк. Киләһе аҙнанан сирлеләрҙе унда ҡабул итеү башлана. Тимәк, беҙҙә 350 урын барлыҡҡа килде. Был алдағы көндәргә ышаныс өҫтәй, – тине Радий Фәрит улы. – Беҙ Рәсәй Президенты бойороғон үтәй башланыҡ. Был - амбулатор шартта дауаланған кешеләр өсөн бушлай дарыуҙар. Уларҙы бөгөндән бер нисә мең кеше ала.
Хәбәрсе Радий Фәрит улынан COVID-19-ға ҡаршы прививка кампанияһы башланыуы тураһында һораны. Билдәле булыуынса, Башҡортостан вакцинаның икенсе партияһын алды. Беренсеһе ҙур түгел ине - ни бары 40 вакцина. Әле иһә уларҙың иҫәбе - 1200, Яңы йылға тиклем тағы бер партия көтөлә.
“Беҙ вакцинацияны башланыҡ. Прививка тәү сиратта медицина хеҙмәткәрҙәренә, уҡытыусыларға, был эшкә йәлеп ителгән хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә һалынасаҡ. Һаҡлау өсөн урын әҙерләнде, эште ойошторған персонал уҡытылды. Барлыҡ логистика әҙер. Һәм Яңы йылға тиклем тағы бер партия вакцина көтәбеҙ, беҙгә ул бик кәрәк”, – тине төбәк етәксеһе.
Радий Хәбиров һуңғы ваҡытта халыҡтың коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса күпләп мөрәжәғәт итеүе тураһында ла әйтте. Тик беҙҙең властар бында ла тиҙ арала тейешле ҡарар ҡабул иткән.
– 16 ноябрҙә Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәге булдырҙыҡ. Унда 80 кеше телефонда ултыра, шылтыратыуҙар тиҙ арала ҡабул ителә. Унда республикала һаулыҡ һаҡлауға бәйле барлыҡ мәғлүмәт бара, – тине төбәк Башлығы.
Иң күп һорауҙар амбулатор дауаланыуға бәйле. Радий Фәрит улы белдереүенсә, улар бының ни өсөн икәнлеген яҡшы аңлай. “Дауаханаға ятыу, бушлай дарыуҙар алыу кеүек мәсьәләләр көйләнде. Тик беҙҙең күп кенә табиптарыбыҙ сирләне. Шуға күрә ҡайһы бер дауалау учреждениелары пациенттарҙы ваҡытында ҡабул итә алманы. Ошо сәбәпле мөрәжәғәттәр коронавирустан башҡа сирҙәрҙе нисек дауалауға бәйле ине. Был мәсьәләне Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәге нигеҙендә яйға һалдыҡ: ағымдарҙы бүлдек, табиптар һанын арттырҙыҡ, шул иҫәптән медицина университетын тамамлағандарҙы ла”, – тине Башлыҡ.
Мөрәжәғәттәр иерархияһы шундай: беренсе – амбулатор ярҙам ҡабул итеү, икенсеһе – тест һөҙөмтәләрен алыу, өсөнсөһө – ябай, көнкүреш һорауҙар. Мәҫәлән, кешене дауаханаға төн менән алып китәләр, уны медицина учреждениеһына еткергәнсе, урынлаштырғансы ваҡыт үтә, ә ғаилә борсола. Шундай һорауға ла Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәге аша яуап алып була.
– Шылтыратыуҙар күп. 16 ноябрҙән алып бөгөнгә тиклем 18 мең мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Тимәк, көн һайын мең-мең ярым шылтыратыу эшкәртелә. Улар менән һөйләшеп кенә ҡалмайбыҙ, ә мөрәжәғәт итеүсе мәсьәләһен хәл иткәнсе ярҙам күрһәтәбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Читайте нас: