Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
7 Декабрь 2020, 13:19

Кемдәр бүләкләнде?

V “Конституция-2020: асыҡ власть эволюцияһы” Дөйөм Рәсәй юридик форумын Дәүләт Думаһынының Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәте буйынса комитеты, Рәсәй юристары ассоциацияһы, Башҡортостан Хөкүмәте, Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты ойошторҙо

Өфөлә “Торатау” конгресс-холында уҙған V “Конституция-2020: асыҡ власть эволюцияһы” Дөйөм Рәсәй юридик форумында “Йыл юрисы-2020”, шулай уҡ Петр Россинский һәм Анатолий Венедиктов исемдәрендәге юридик премияларын тапшырыу тантанаһы үтте. Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Мәртәбәле форумда Башҡорт дәүләт университеты Хоҡуҡ институтының криминалистика кафедраһы профессоры, юридик фәндәр докторы Фәрит Әминев фәнде үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн бүләкләнде.
Эшҡыуарҙар хоҡуғын яҡлау буйынса вәкил Флүр Әсәҙуллин “Кеше хоҡуҡтарын яҡлау эшмәкәрлеге” номинацияһында премияға лайыҡ булды.
“Башҡортостан” телерадиокомпанияһы директоры урынбаҫары Шамил Ишемйәров – “Хоҡуҡи мәғрифәтселек”, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариатының конституция һәм муниципаль ҡануниәт бүлеге кәңәшсеһе Әлиә Зарипова “Законды үҫтереү“ өсөн бүләкләнде.
Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы, доцент, Башҡорт дәүләт университетының уҡыу-методик эше буйынса проректоры Азат Ғилемханов “Юридик белем һәм тәрбиә” номинацияһында “Йыл юрисы” премияһына лайыҡ булды. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире, “Ысынын әйткәндә” тапшырыуы авторы Руслан Шәрәфетдинов юридик йүнәлештәге тапшырыуҙар теҙмәһе өсөн награда алды.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариаты етәксеһе Марат Шәйхулов – “Юристар ассоциацияһы эшмәкәрлегенә ярҙам иткән өсөн”, Башҡортостан Республикаһының “Хоҡуҡи ярҙам үҙәге” төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Айрат Хәйбуллин “Гражданлыҡ йәмәғәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн” бүләкләнде.
Петр Владимирович Россинский исемендәге премия Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе, юридик фәндәр докторы, профессор Илона Макаренкоға тапшырылды.

Анатолий Васильевич Венедиктов исемендәге премияға Юридик юғары уҡыу йорттары ассоциацияһы президенты, Рәсәй Фәндәр академияһы Дәүләттәр һәм хоҡуҡ институтының Интеграциялы һәм цивилизациялы тикшеренеүҙәр үҙәге ғилми етәксеһе Сергей Байбурин лайыҡ булды. Был награданы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров тапшырҙы. "Төбәк кимәлендәге, статуслы ошондай премияларға лайыҡтарҙы һайлап алыу һәр ваҡыт ауыр. Быйыл уны өлгөргән, билдәле, легендар кеше алды. Уның яҙмышы, әхлаҡи принциптары Венедиктовтыҡы менән бик оҡшаш - тормошоноң күп өлөшөн социалистик милекте яҡлауға арнаны. Сергей Бабурин - Рәсәй ерен һаҡлаусы, йыйыусы. Был премия менән бүләкләнеүгә иң лайыҡлы кешеләрҙең береһе. Башҡортостанды яратҡанға һәм килгәнгә рәхмәт", – тине Андрей Назаров.
Почет грамоталары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнгәндәр араһында Башҡорт дәүләт университеты ректоры Николай Морозкин, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Әхмәҙинуров, “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Марина Мартынова, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең юридик бүлеге начальнигы Ольга Ланина бар.
Шулай уҡ Рәсәй юристар ассоциацияһының Сибай ҡалаһындағы бүлексәһе рәйесе Айнур Бохарбаевтың, бушлай юридик ярҙам күрһәтеү үҙәге етәксеһе Артем Титаренконың, Башҡорт дәүләт университеты Хоҡуҡ институтының дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы кафедраһы доценты, юридик фәндәр кандидаты Наталья Латипованың, ошо уҡ кафедра доценты, юридик фәндәр кандидаты Наталья Ямалетдинованың хеҙмәттәре наградалар менән билдәләнде.
V “Конституция-2020: асыҡ власть эволюцияһы” Дөйөм Рәсәй юридик форумын Дәүләт Думаһынының Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәте буйынса комитеты, Рәсәй юристары ассоциацияһы, Башҡортостан Хөкүмәте, Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты ойошторҙо. Сараның операторы – “Офис-төркөм” Башҡортостан конгресс-бюроһы.
Читайте нас: