Инйәр
+16 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
7 Декабря 2020, 08:09
“Антиматдәле Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу”
Иң яратҡан Яңы йыл байрамы ла етеп килә. Ошоға бәйле Өфөлә аниматорҙар баҙарында яңы хеҙмәт барлыҡҡа килде, ул “Антиматдәле Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу” тип атала.
Иң яратҡан Яңы йыл байрамы ла етеп килә. Ошоға бәйле Өфөлә аниматорҙар баҙарында яңы хеҙмәт барлыҡҡа килде, ул “Антиматдәле Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу” тип атала. Баҡтиһәң, баланы байрам менән ҡотлар алдынан, улар коронавирусҡа антиматдәләре барлығы тураһында медицина справкаһын күрһәтә икән. Был хаҡта улар иғландар порталына яҙғандар.
“Эйе бөгөнгө көндәрҙә был бик тә актуаль. Беҙ яҡын контакттан ҡасабыҙ. Шулай беҙ һеҙҙең баланы ла, үҙебеҙҙе лә мәкерле сир йоҡтороуҙан һаҡлайбыҙ”, - тип аңлата быны аниматорҙар. Әйткәндәй, улар фатир ишеге алдынан төпкә инмәй генә, бүләктәрҙе биреп, Яңы йыл менән ҡотлап сығырға вәғәҙәләй. Бынан тыш, һеҙгә килер алдынан костюмдарын зарарһыҙландыралар ҙа икән. Бындай хеҙмәттәр өс мең тирәһе торасаҡ, тигән улар. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуға Яңы йыл төнөндә хаҡтарҙың артып китеүе лә ихтимал, тип тә билдәләй байрамды ойоштороусылар.
"Ҡурҡмағыҙ, Ҡыш бабайҙа - антитела!" (rbsmi.ru)
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды