Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
4 Декабрь 2020, 11:54

Тоҙ ҙа дауалай

Ике мең йыл самаһы элек үк кешеләр тоҙ менән һауыҡтырыу серҙәрен белгән.

Тоҙ ятҡылыҡтарында эшләүселәргә ундағы саңды һуларға тура килгән, шул саҡ әлеге тәбиғәт байлығының ғәжәйеп файҙаһын һиҙеп, ауырыуҙарҙы дауаларға тотонғандар. Спелеография һәм галотерапия тигән дауалау ысулдары ошо заманда барлыҡҡа килгән.
Тоҙ мәмерйәләрендәге һауа күп сирҙе дауалауға (тын юлдары, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы, аяҡ-ҡул сирҙәре һәм башҡалар) ыңғай йоғонто яһай. Галотерапия бронх-үпкә һәм тире ауырыуҙарын иҫкәртеүҙә һәм дауалауҙа киң ҡулланыла.
Аэрозоль хәлендәге натрий хлориды тын юлына нисек тәьҫир итә һуң? Тын юлдары, үпкә кире зарядлы иондар менән байый, ә улары эпителийҙың хәрәкәтләнеүен тиҙләтә, тимәк, тын юлдарын етеҙ генә “таҙалап” сығара. “Тулы күкрәк” менән тын алыу нервы, йөрәк-ҡан тамырҙары, эндокрин һәм иммун системаһы торошон яҡшырта.
Аллергия, ҡурылдай быумаһы һәм башҡа ауырыуҙарға ҡаршы бик файҙалы ул. Тоҙ терапияһы организмдың инфекция осоронда ла төрлө ауырыуға бирешмәүенә булышлыҡ итә.
Йүтәлдәндән бер балғалаҡ балға ике ҡалаҡ әнис орлоғо һәм бер семтем тоҙ ҡушырға. Өҫтөнә бер стакан һыу ҡойоп, ҡайнар хәлгә еткерергә һәм һөҙөп алырға. Ололарға ике сәғәт һайын икешәр ҡалаҡ эсергә.
Аяҡтар тирләгәндә бер литр һыуҙа 4 ҡалаҡ тоҙ менән 6 тамсы йод һалып, иретегеҙ. Көнөнә 5 – 10 минутҡа аяҡтар ҙы шул һыуға тығып ултырырға.
Бөжәктәр тешләгәндә тешләнгән урынды һыуларға һәм өҫтөнә тоҙ һибергә.
Сөйәлдән керән һутына тоҙ ҡушып бутарға (1:1) һәм көн һайын сөйәлгә һөртөргә.
Дилара Бәҙретдинова әҙерләне.
Читайте нас: