Инйәр
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
3 Декабрь 2020, 00:28

Яңы йылға әҙерлек

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу ихтималлығын булдырмау буйынса оператив штабтың сиратағы ултырышын үткәрҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу ихтималлығын булдырмау буйынса оператив штабтың сиратағы ултырышын үткәрҙе.
Яңы йылға әҙерлеккә килгәндә, республика етәксеһе ҡала-ауылдарҙа боҙ ҡаласыҡтарының һәм шыршыларҙың һанын арттырырға ҡушты. Был кешеләрҙең бер урында йыйылыуын кәметеүгә килтерәсәк. Шул уҡ ваҡытта төп Яңы йыл майҙандары 10 декабргә тиклем әҙер булырға тейеш.
Балалар баҡсаһындағы байрам сараларына килгәндә, уларҙы үткәреү мөмкинлеге сикләнмәй, әммә үҙ төркөмдәрендә һәм ата-әсәләр ҡатнашлығынан тыш булырға тейеш.
Йәмәғәт туҡланыуы һәм ресторандарҙың эшенә килгәндә, Яңы йыл төнөндә уларға тәүлек әйләнәһенә эшләргә мөмкин, ә байрам каникулы көндәрендә – иртәнге 6-нан төнгө 2-гә тиклем.
Шул уҡ ваҡытта барлыҡ санитар-эпидемиологик һаҡланыу саралары, республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының кәңәштәре үтәлергә тейеш. Һуңғылары ошо көндәрҙә әҙер буласаҡ.
Хөкүмәт вице-премьеры - ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова шундай яңылыҡ еткерҙе: әгәр ҙә бәғзе ғаиләлә ата-әсәне коронавирус диагнозы менән дауаханаға оҙатһалар, ә балаларын ҡалдырырға кеше булмаһа, был осраҡта төбәктең балалар приюттарына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Унда бәләкәстәрҙе ваҡытлыса ҡабул итәсәктәр.
Шулай уҡ коронавирусҡа бәйле көнүҙәк мәсьәләр менән һәр саҡ “Берҙәм Рәсәй” партияһының республика Башҡарма комитетына ҡараған “Беҙҙең хәстәр” ирекмәндәр үҙәгенә мөрәжәғәт итергә мөмкин: 8-800-201-89-03.
Унан тыш, коронавирусҡа бәйле хәл буйынса дистанцияла консультация, көнүҙәк һорауҙарға яуаптар алам тиһәгеҙ, Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәгенә иртәнге 8-ҙән киске 20 сәғәткә тиклем шылтыратырға була: 8(347) 218-19-19.
Читайте нас: