Инйәр
+28 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
2 Декабря 2020, 19:33
Халыҡ-ара ирекмәндәр көнө
3 декабрҙә Башҡортостан ирекмәндәрен Рәсәй Президентының грамоталары һәм “#БеҙБергә дөйөм Рәсәй үҙ-ара ярҙам акцияһын ойоштороуға тос өлөш индергән өсөн” иҫтәлекле миҙалдары менән бүләкләү тантанаһы уҙғарыла.
3 декабрҙә Башҡортостан ирекмәндәрен Рәсәй Президентының грамоталары һәм “#БеҙБергә дөйөм Рәсәй үҙ-ара ярҙам акцияһын ойоштороуға тос өлөш индергән өсөн” иҫтәлекле миҙалдары менән бүләкләү тантанаһы уҙғарыла.
Сарала 25 ирекмән – муниципалитеттарҙағы ирекмән штабтары етәкселәре, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының һәм “Беҙҙең хәстәрлек”тең төбәк бүлексәләре, Башҡортостанда акцияның партнеры булған эшҡыуарлыҡ вәкилдәре награда аласаҡ. Йәмғеһе республикалағы 300-ҙән ашыу ирекмән миҙалға тәҡдим ителгән. Эпидемиологик хәлгә бәйле, наградалар төркөмләп тапшырыла.
Мәғлүм булыуынса, быйыл яҙ “Мәғариф” милли проектының “Социаль әүҙемлек” федераль проектына ярашлы, Рәсәйҙә #БеҙБергә акцияһы башланғайны. Пандемия осоронда халыҡҡа ярҙам күрһәтеү өсөн биш меңдән ашыу ирекмән эшкә йәлеп ителде. 28 сентябрҙән иһә Башҡортостанда #БеҙБергә проектының төбәк клубы ойошторолдо. Ул өс йүнәлештә эш итә: халыҡҡа психологик ярҙам күрһәтә, өлкәндәргә һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, йәнә ғәҙәттән тыш хәлгә тарығандарға булышлыҡ күрһәтә.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды