- аферист банкоматҡа килеп, аҡса суммаһын күрһәтеп, картаһыҙ операцияны һайлай (мәҫәлән, "перевод на свою карту" йәки "перевод на свой номер телефона");
- банкомат операцияны пин-код яҙып йәки «Вставить карту» тигән команда менән раҫлауҙы һорай;
- аферист бер ни эшләмәй, шул килеш китеп бара;
- сираттағы клиент, банкоматта «Вставьте карту, введите пин-код…» тигән яҙыуҙы күргәс, үҙе лә аңғармаҫтан аферистың операцияһын раҫлап, картаһын ҡуя, пин-кодты яҙа һәм аҡсаһы муттың картаһына йәки телефон номерына күсә;
- был трюк 90 секунд эсендә атҡарыла.
Аферистың тоҙағына эләкмәҫ өсөн, картаны банкоматҡа ҡуйыр алдынан экранда нимә яҙылғанына иғтибар итергә кәрәк, шулай уҡ бер нисә тапҡыр «Отмена» төймәһенә баҫырға. Бынан тыш, эргә-тирәгеҙҙә шикле әҙәмдәр күҙгә салынһа, банкоматта операциялар башҡармауың хәйерле.