Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
1 Декабрь 2020, 13:35

“Ҡыҫынды джентельмендары”

1961 йылдың 8 ноябрендә Шаяндар һәм тапҡырҙар клубы тәүге тапҡыр эфирға сыға. Шул ваҡыттан алып уйын киң таныулыҡ яулап ала. Илебеҙҙең район-ҡалаларында, ауылдарҙа ла йәштәрҙең үҙ командалары барлыҡҡа килә. Һөҙөмтәлә КВН халыҡтың яратҡан уйынына әйләнә.

Ҡыҫынды ауылы мәҙәниәт йорто директоры Раушан Хәзиәхмәтов 90-сы йылдарҙа урындағы егет-ҡыҙҙарҙы йыйып Шаяндар һәм тапҡырҙар клубына нигеҙ һала. “Ҡыҫынды джентельмендары” клубы составында уйнаған Раушан Хәзиәхмәтов (капитан), Лилиә Сәйғафарова, Венера Хәбибуллина, Фәнис Рәхмәтуллин, Филүс Рәхмәтуллин, Гәрәй Хәсәнов, Хәлит Ғәлиуллин дәртләнеп, әүҙем эшмәкәрлек итә башлай. Бер ни тиклем вағыт үтеүгә, “Ҡыҫынды джентельмендары” биләмәләр араһында, район кимәлендә сағыу сығыш яһаған яратҡан командалар рәтенә инә.
Йәштәрҙе, үҫмерҙәрҙе сәләмәт йәшәү рәүешенә саҡырған, эскелек, тәмәке тартыу, наркоманияға ҡаршы көрәшкә ҡоролған, тәрбиәүи, фәһемле һәм шул уҡ ваҡытта көлкөлө һәр номерҙарын район халҡы әле лә һағынып иҫкә ала.
— “Ҡыҫынды джентельмендары”ның тәүге сығышы Абҙанда булды. Унда беҙ “Йәшлек” (ойоштороусыһы Юнир Йосопов) командаһы менән алыштыҡ. Шулай уҡ ул йылдарҙа “Тиҙ ярҙам” (район үҙәк дауаханаһы командаһы), “Инйәр — интернешил” (Валентиновка), “Абҙан килендәре” командалары менән байтаҡ осрашыуҙар үткәрҙек. Бөгөн беҙгә алмашҡа йәш Шаяндар һәм тапҡырҙар килде. Уларҙың уйындарын оло кинәнес менән күҙәтеп барам. Бигерәк тә Тирәкле мәктәбе уҡыусылары сығыштары менән айырылып тора. Уларға ҙур өмөттәр бағларға була.
Матур йолаға әйләнгән КВН бәйгеләре пандемия сәбәпле һуңғы арала оло майҙандарҙа уҙғарыла алмай. Шуға ҡарамаҫтан, беҙгә изге ғәҙәтте оноторға ярамай, сөнки ул йәштәрҙе берләштерә, әхлаҡи тәрбиә бирә, — тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Раушан Хәзиәхмәтов.
Читайте нас: