Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
1 Декабрь 2020, 16:23

Учреждение директорына штраф

Граждандар мөрәжәғәтенән һуң, Архангел районы прокуратураһы тарафынан Архангел районының ветеринар станцияһы эшмәкәрлегенә тикшереү үткәрелде.

2020 йылдың сентябрендә учреждениеға граждандың үле йорт хайуанын тикшергәндә ветеринар ҡануниәттең һаҡланмау осрағы тураһындағы ғариза менән мөрәжәғәт итеүе асыҡланды.
Ләкин ҡануниәт талаптарына ҡаршы, ғариза тейешле 30 көн эсендә ҡаралмай.
Бирелгән факт буйынса прокуратура РФ КоАП-тың 5.59 статьяһы нигеҙендә (граждандар мөрәжәғәтен ҡарау тәртибен боҙған өсөн) учреждение директорына ҡарата административ эш ҡуҙғатты. Һөҙөмтәлә, мировой судья директорға биш мең һум штраф һалды. Бынан тыш, уның адресына ҡануниәт боҙоуҙарҙы юҡ итеү тураһында белешмә индерелде.
Прокуратура тикшеренеүенән һуң, ғариза тейешле кимәлдә ҡаралды.
Алексей Ротков,
район прокуроры.
Читайте нас: