Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
1 Декабрь 2020, 15:55

Шиғриәт һөйөүселәр өсөн

Республикала башҡорт шағирҙарының шиғырҙарын туған телдә яттан һөйләүселәр конкурсы старт ала.

Мәртәбәле бәйгене Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығы һәм Аксаков исемендәге тарихи-мәҙәни үҙәк ойоштора. Ул онлайн форматта үтәсәк.
Бәйгелә ҡатнашыу өсөн башҡорт шағирҙарының бер шиғри әҫәрен һөйләп видеоролик төшөрөргә һәм уны [email protected] электрон адресына “Конкурс чтецов” тигән билдә менән ебәрергә кәрәк. Шулай уҡ конкурсанттарға тулыһынса исем-шәрифтәре, йәше, уҡыу йәки эш урыны, ҡатнашыусыны берәй ойошма тәҡдим итһә, ойошма һәм һөйләүсе тураһында мәғлүмәт, бәйләнеш өсөн телефон һәм электрон адрестары күрһәтелгән ғариза ла яҙыу мотлаҡ.
Һөҙөмтәләр биш йәш категорияһы буйынса ҡараласаҡ (5 йәшкә тиклем, 7 — 10 йәш, 10 — 15 йәш, 16 — 25 йәш һәм 25 йәштән өлкәндәр). Бәйге 20 ноябрҙән 6 декабргә тиклем барасаҡ. Еңеүселәр 14 декабрь — Башҡорт теле көнөндә билдәләнәсәк. Ебәрелгән видеороликтар Халыҡтар дуҫлығы йортоноң ютуб каналында күрһәтеләсәк.
Конкурс шарттары менән Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йортоноң https://addnrb.ru/ сайтында танышырға була.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: