Шул йылдың 21 ноябрендә улар Ер шарының төрлө төбәктәренә тик изге теләктәрҙән генә торған сәләм хаттары ебәргән. Шарт буйынса хат алыусы ошондай уҡ йөкмәткеле хатты кәмендә ун кешегә ебәрергә тейеш булған. Был күренеш тиҙ арала бөтә Ер шарына таралған һәм ошо көндән төрлө милләт кешеләре, төрлө һөнәр эйәләре, йәше-ҡарты бер-береһен сәләмләй, матур теләктәрен еткерә икән.
Сәләмләшеүгә мосолмандарҙа айырыуса ҙур иғтибар бирелә, улар, ғәҙәттә, бер-береһе менән ҡул бирешеп күрешә. “Ике мосолман ҡул бирешеп күрешкәндә, ҡулдары бер-береһенән айырылғанға тиклем уларҙың кескәй гөнаһтарының бөтәһе лә ярлыҡаныр”,— тигән Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм. Сәләм биреү 70 сауап менән бүләкләнә. Сауаптарҙың 69-ы — беренсе булып сәләм биргән кешегә, береһе сәләмгә яуап ҡайтарған кешегә була.
Күреүегеҙсә, сәләмләшеү – ябай ғәҙәт кенә түгел, көнөнә әллә нисә тапҡыр ҡабатланған иҫәнләшеү һүҙҙәренең мәғәнәһе ҙур. Элегерәк кешеләр бер-береһенә таныш-тоноштары аша сәләм ебәрер булған. Хәйер, был күренеш әле лә һаҡланған. Һинең аша сәләм ебәргәндәр икән, һин уны оҙаҡҡа һуҙмай тәғәйен кешеһенә еткерергә лә тейешһең. Баҡтиһәң, үҙ мәлендә (онотолопмо, иғтибарһыҙлыҡ йә иһә аңлы рәүештәме, башҡа сәбәп менәнме) тапшырылмаған сәләм кеше иңенә оло бурыс булып ята икән.