— Республика һәм район баҫмаларына яҙылыу — донъя, ил, республика, район яңылыҡтары, башҡаларға өлгө булырҙай кешеләр, уларҙың яҙмыштары, ҡаҙаныштары тураһында мәғлүмәттәр, файҙалы кәңәштәр алыу, милләт рухын үҫтереү ул. Был күп бала тәрбиәләгән ғаиләләргә был бик урынлы бүләк тип уйлайым, — тине район хакимиәте башлығы.