Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
1 Декабрь 2020, 16:18

Китапхана тулыланды

Тәүәкәс ауылы китапханаһы ололарҙы ла, кеселәрҙе лә берләштергән, рухи аҙыҡ биреүсе усаҡ.

Бында һәр кемдең күңеленә ятырлыҡ китаптар, йыйынтыҡтар, теге йәки был матбуғат баҫмалары етәрлек. Быларҙан тыш, бында төрлө осрашуҙар һәм башҡа күңелле, әһәмиәтле саралар ойошторолоп тора. Ҡыҫҡаһы, китапхананан кеше өҙөлмәй, халыҡ менән ныҡлы бәйләнеш булдырылған.
Бөгөн яҙаһы һүҙем, ауылдаштарыбыҙ Рәмилә Зөлфәр ҡыҙы һәм Фәнүр Рәшит улы Сәләхетдиновтар ғаиләһе тураһында. Улар ҡырҙа булһалар ҙа тыуған төйәктәренә йыш ҡайтып, уның йәшәйеше менән ҡыҙыҡһынып, ауылдаштарына хәлдәренән килгәнсә ярҙам итергә лә тырышып тора. Урындағы зыяратты кәртәләгәндә лә был ғаилә ҡырҙа ҡалманы. Ә яңыраҡ Сәләхетдиновтар беҙгә балалар һәм ололар өсөн 40-ҡа яҡын төрлө китап бүләк итеп берҙәм фондыбыҙҙы байытты. Был баҫмалар кәштәләрҙә лайыҡлы урындарын алды һәм хәҙер уларҙан һәр уҡыусы файҙалана.
Китап бүләк итеү бик ҡыуаныслы хәл, сөнки улар бер ваҡытта ла артыҡ түгел. Уңайы тура килгәндә киң күңелле ауылдаштарыбыҙға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
Һуңғы ваҡыттағы сикләүҙәр сәбәпле, китапхана ла ситтән тороп эшмәкәрлек итеүгә күсте. Бөгөн дистанцион булһа ла Әсәйҙәр көнөнә арналған матур онлайн сара, Халыҡтар дуҫлығы йорто ойошторған Башҡорт шағирҙарының әҫәрҙәрен туған телдә һөйләү бәйгеһенә әүҙем видеороликтар әҙерләйбеҙ.
Даими рәүештә район, республика кимәлендә һәм башҡа төбәктәрҙә уҙғарылған семинарҙарҙа, конкурстарҙа, ярыштарҙа ҡатнашып, сертификаттар, дипломдар алыуға өлгәшәбеҙ.
Гөлнара Ташбулатова,
китапханасы.
Читайте нас: