Инйәр
-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
1 Декабрь 2020, 13:55
Күңелһеҙ хәлдәр теркәлеп тора
Былтыр үҫмерҙәр араһында снюс ҡулланыу модаға инеп киткәйне.
Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм башҡа райондарҙа ағыуланыусылар күп булды. Белгестәр әйтеүенсә, был "кәнфит" зарарлы матдәләргә бик бай һәм тиҙ арала бәйлелек тыуҙыра. Снюс – дымға туйындырылған тәмәке, нигеҙҙә уны Швецияла, Норвегияла ҡулланалар. Уны тәмәке тартыуҙың имеш “хәүефһеҙерәк” алмашы булараҡ етештерәләр. 2015 йылдан тыйылған булһа ла, былтырҙан алып снюс йәнә популярлыҡ яуланы һәм яңы төр булып сығарыла башланы. Хәҙер шыйыҡ никотинлы кәнфит булараҡ һатыла. Элек уны тик махсуслаштырылған тәмәке кибеттәрендә генә табып булһа, бөгөн теләһә ниндәй аҙыҡ-түлек магазинынан һатып алырға мөмкин.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров снюсты һатыуҙы тыйыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Әммә шуға ҡарамаҫтан, йәнә күңелһеҙ хәл теркәлгән, был юлы Әлшәй районында.
Башҡортостандың Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, баланы йәшәгән адресынан алып килгәндәр. Яҡынса фараздар буйынса, ул снюс менән ағыуланған, әммә уның ҡулына был ағыулы "кәнфит"тең нисек эләккәнлеге билдәһеҙ. Табиптар 11 йәшлек сабыйҙы ҡотҡарып ҡалған. Тәфтишселәр ошо осраҡ буйынса тикшереү үткәрә.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
16 Март , 15:13
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Новости
16 Март , 15:08
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Новости
16 Март , 15:07
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Новости
16 Март , 15:06
“Йыл оҫтаһы” конкурсына ҡыҙыҡһыныу ҙур
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"