Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
1 Декабрь 2020, 15:02

Интернет аша ла мөрәжәғәт итергә мөмкин

Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Идаралығы граждандарға суд приставтарына ситтән тороп мөрәжәғәт итергә тәҡдим итә.

Хәҙер өйҙән сыҡмай ғына үҙегеҙҙең һорауҙарығыҙға яуап алырға мөмкин.
Суд приставтары хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеү өсөн барлыҡ сервистар рәсми сайтта бар, улар бушлай эшләй.
“Личный кабинет стороны исполнительного производства” — https://lk.fssp.gov.ru/ds_cabinet/action/login — ошонда ғариза яҙырға, процессуаль документтарҙың электрон күсермәһен алырға мөмкин. Шәхси кабинетҡа инер өсөн Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәлеү етә (логин һәм пароль) www.gosuslugi.ru.
“Интернет-приемная” — http://r02.fssp.gov.ru/ir/ — өйҙә ултырып ҡына электрон ғаризаны яҙғас, уның ҡаралыу статусын күҙәтергә мөмкин.
“Запись на личный прием” — http://r02.fssp.gov.ru/fssponline/ — суд приставтары етәкселәре менән күҙгә-күҙ осрашырға теләһәгеҙ, ошонан яҙылырға була.
“Ответы на часто задаваемые вопросы” — http://r02.fssp.gov.ru/faq/ — бәлки, ошонда һеҙҙе борсоған һорауға әҙер яуап барҙыр...
“Интерактивный помощник стороны исполнительного производства” — http://fssp.gov.ru/int_help — был да бик уңайлы сервис. Унда аныҡ мәсьәләләрҙе хәл итер өсөн кәрәкле кәңәштәр, мәғлүмәттәр табып була.
Оператив хәл ителә торған мәсьәләләр буйынса Үҙәккә 8(347)272-16-46 телефон номеры буйынса шылтыратырға мөмкин. Бында хеҙмәткәрҙәр тейешле консультация бирәсәк, юридик ярҙам күрһәтәсәк.
Шулай уҡ Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Идаралығы бинаһына ингән ерҙә хаттар өсөн махсус ҡумта ҡуйылған. Унда шәхси мөрәжәғәттәрегеҙҙе ҡалдыра алаһығыҙ.
Сергей Бардуков,
бүлек начальнигы — өлкән суд приставы.
Читайте нас: