Инйәр
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
1 Декабрь 2020, 14:07

Халыҡ менән аралашып…

“Ғаилә” социаль ярҙам күрһәтеү район-ара үҙәгендә “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә ғаилә консультацияһы көнө уҙҙы.

Сарала “Ғаилә” үҙәге белгестәре һәм психиатр-нарколог Ниғмәтйәнова Гүзәл Гайдар ҡыҙы ҡатнашты. Улар телефон аша һәм онлайн-конференция форматында халыҡты борсоған һорауҙарға яуап, урынлы кәңәштәр бирҙе.
Алкоголь йәки наркотикка бәйләнгән яҡын кешеләргә нисек ярҙам итергә? Түҙергә һәм көтөргә хәл ҡалмағанда нимә эшләргә? Ғаиләлә көс ҡулланыу осраҡтарында кемгә мөрәжәғәт итергә? Тормоштоң шатлыҡтарын ҡабаттан тоя башлар өсөн нимәнән башларға кәрәк? Халыҡ менән аралашып бик күп сетерекле һорауҙар буйынса төплө яуаптар еткерелде, мәсьәләләр сиселде.
Ғаилә консультацияһы көндәре Башҡортостан Республикаһының барлыҡ ғаилә хеҙмәттәрендә ай һайын айҙың беренсе шаршамбыһында ойошторола. Беҙҙең районда “Ғаилә” үҙәге белгестәре Архангел ауылы, Совет урамы 40 адресы буйынса көн һайын сәғәт 09.00 — 17.12-гә тиклем ҡабул итә. Һорауҙарығыҙ булһа 8(347)742-26-74 телефон номерҙарына шылтырата алаһығыҙ.
Фәрзәнә Әминева,
“Ғаилә” социаль ярҙам күрһәтеү район-ара үҙәге Архангел районындағы филиалы начальнигы.
Читайте нас: