Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
1 Декабрь 2020, 16:06

Ҡәҙер-хөрмәткә лайыҡтар

Йыл һайын ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә (29 ноябрҙә) Әсәйҙәр көнө билдәләнә.

Ул илебеҙҙә уҙғарылған башҡа иҫтәлекле даталар араһында айырым урынды биләй. Быйыл да байрам илдәге һуңғы ваҡиғаларға ҡарамай, шартына еткерелде. Күпселек ауылдарҙың мәҙәниәт йорттары һәм китапханалары хеҙмәткәрҙәре был көн уңайынан ситтән тороп булһа ла төрлө саралар ойошторҙо.
Үткән аҙна Әсәләр көнө уңайынан район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәлиә Имаева Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы исеменән районыбыҙҙың иң өлгөлө күп бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарына ауыл һайын йөрөп иҫтәлекле бүләктәр таратты.
Илдә тыуымдың кәмеүен иҫәпкә алғанда, күп бала тапҡан һәм тәрбиәләгән әсәләр башҡалар өсөн ҙур өлгө булыр тора. Бындай гүзәл заттар районыбыҙҙа байтаҡ. Тирәкле ауылынан Ҡотлоәхмәтова Рәсилә Равил ҡыҙы (биш бала), Абҙандан Әлимғолова Алһыу Абдулла ҡыҙы (өс бала), Шакирҙан Ниғәмәтйәнова Гөлфиә Тимерйән ҡыҙы (өс бала), Приураловканан Фәйзуллина Марина Александровна (өс бала),Ҡыҙыл Еҙемдән Медведева Әлиә Әлфир ҡыҙы (өс бала), Архангелдән Лежнева Екатерина Николаевна (өс бала) лайыҡлы йәш быуын — дәүләт киләсәген тәрбиәләгән әсәләрҙең бер өлөшө генә. Был ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың һәр береһенең тормошта үҙ маҡсаттары, үҙ юлдары булһа ла уларҙы сабыйҙарына булған һөйөү, өлгөлө тәрбиә биреү һәм сабырлыҡ берләштерә.
Гүзәлиә Ғаяз ҡыҙы әсәләрҙе ҡотлап, уларға һаулыҡ, ғаилә именлеге, түҙемлек һәм уңыштар теләне һәм иҫтәлекле бүләктәрҙе тапшырҙы.
Дилара Бәҙретдинова.
Автор фотоһы.
Читайте нас: