Инйәр
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
27 Ноябрь 2020, 11:16

Яңы йыл алдынан күп компаниялар үҙ хеҙмәткәрҙәре һәм партнерҙары өсөн бүләктәр әҙерләй

Өфө хосписы быйыл был ғәмәлде хәтерҙә ҡалырлыҡ ҡына түгел, ә ысын мәғәнәһендә файҙалы итеү юлын тәҡдим иткән.

Өфө хосписы быйыл был ғәмәлде хәтерҙә ҡалырлыҡ ҡына түгел, ә ысын мәғәнәһендә файҙалы итеү юлын тәҡдим иткән.
“2020 йыл барыбыҙ өсөн дә ауыр. Һәм, беҙҙеңсә, тап әле корпоратив бүләктәрҙән баш тартып, уны файҙалы эшкә алмаштырыу бик яҡшы булыр ине. Дөрөҫлөктө таныйыҡ: календарҙар, көрөшкәләр, блокноттар, ручкаларҙы беҙ декабрь һайын алабыҙ, һәм улар әллә ни шатлыҡ килтермәй, – ти “Өфө хосписы”ның башҡарма директоры Радмила Сурначева. – Беҙ ойошманың “сувенир” сығымдарына тип һалып ҡуйған аҡсаһын хоспис төҙөүгә бүлеүҙе тәҡдим итәбеҙ. Алмашҡа үҙегеҙҙең хеҙмәткәрҙәрегеҙ һәм дуҫтарығыҙға беҙҙең балалар төшөргән открыткаларҙы бүләк итә алаһығыҙ. Улар күңел йылыһын һалып төшөрҙө. Открыткаларҙа изге эш, дауалап булмай торған сирҙәрҙән яфаланған кешеләр, һеҙҙең уларға ярҙамығыҙ тураһында һөйләйәсәкбеҙ".
Акция иғлан ителеү менән Өфөнөң бер нисә ойошмаһы уға ҡушылырға әҙер булыуын белдерҙе лә. Мәҫәлән, “Дайлинг” колл-үҙәге быйылғы яңы йылды беренсе тапҡыр үҙаллы компания сифатында ҡаршы аласаҡ. Директорҙары Эльза Ғабдрахманова күп йылдар хәйриә проекттарында ҡатнаша һәм быйыл яҙ ирекмән булараҡ Өфө хосписына бара.
“Байрам алдынан ғына “Сувенирҙар урынына кешеләр” акцияһы тураһында ишетеп ҡалдым, һәм әлеге ҡарар шунда уҡ ҡабул ителде. Беҙҙең партнерҙарға бындай бүләк оҡшар, үҙҙәре лә акцияла ҡатнашыу теләген белдерер тип ышанам”, – тине ул.
Әле һеҙ күргән һүрәтте хоспис опекаһындағы Ярослава Дремина төшөргән. Уға 11 йәш, бала арҡа мускулы атрофияһынан яфалана.
Читайте нас: