Инйәр
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
27 Ноябрь 2020, 11:14

Архив эше нисек үҫешә?

Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов видеоконференция тәртибендә ултырыш үткәрҙе. Унда республикала архив эше үҫеше тураһында һөйләшеү булды.

Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов видеоконференция тәртибендә ултырыш үткәрҙе. Унда республикала архив эше үҫеше тураһында һөйләшеү булды.
Республикала архив майҙансыҡтарын арттырыу проблемаһы системалы хәл ителә. Милли архив идаралығында дөйөм майҙаны 16 мең квадрат метрлыҡ алты бина бар. Тағы 12 мең квадрат метрҙы муниципаль архивтар майҙаны биләй. Республиканың фонд һаҡлағыстарында биш миллион архив эше һаҡлана.
Ултырышта фондтарҙы комплектлау, һанлаштырыу, матди техник базаны нығытыу, Берҙәм мәғлүмәт архив фонды системаһын индереү, рейтинглау, муниципаль архивтар эшмәкәрлеге һөҙөмтәлелеген баһалау, электрон документтарҙы оҙайлы ваҡыт һаҡлауҙы ойоштороу кеүек мөһим аспекттар ҡаралды.
"Беҙҙең архивтарҙа проблемалар бер нисә тиҫтә йыл тупланған. Хатта шуға барып етте: оҙайлы ваҡыт һаҡлауға документтар ҡабул ителмәй башланы. Һуңғы бер нисә йыл эсендә хәл үҙгәрҙе. Ике тапҡырға тиерлек, 16 мең квадрат метрға тиклем Милли архив майҙанын арттыра алдыҡ. Ул юғары етештереүсәнлекле сканер һәм визуализатор, интерактив һәм башҡа махсус ҡорамалдар менән йыһазландырылды, – тине Илшат Тажетдинов. – Бер нисә ҡыҙыҡлы башланғыс тормошҡа ашырылды. Мәҫәлән, Милли архивта бик уңайлы һәм яҡшы техника менән ҡорамалландырылған уҡыу залы булдырылды. Пандемия тамамланғас, уға ихтыяж ныҡ артасаҡ. “Башархив.РФ” интернет-проектына ярашлы, генеалогик документты хәҙер һәр кем ҡарай ала. Бында революцияға тиклем халыҡ иҫәбен алыу һәм метрика китаптары бар. Улар бик ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Бындай популяр сервистарҙы артабан да үҫтерәсәкбеҙ".
Ултырыш һөҙөмтәһендә архив хеҙмәтен халыҡҡа күрһәткән дәүләт хеҙмәттәре сифатын арттырырға, был өлкәлә килемде күтәрергә, заманса мәғлүмәт системаларын индерергә, артабан “Башархив.РФ” проектын тулыландырырға ҡушылды.
Читайте нас: