Инйәр
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
27 Ноябрь 2020, 11:13

Ҡаҙ мамығын нисек йыуырға?

Ауылдарҙа гөрләп ҡаҙ өмәләре үтә: уңған хужабикәләр үҫтереп алған ҡаҙҙарын таҙартып алһа, артабан уның йөнөнән мендәрҙәр эшләүгә тотона.

Ауылдарҙа гөрләп ҡаҙ өмәләре үтә: уңған хужабикәләр үҫтереп алған ҡаҙҙарын таҙартып алһа, артабан уның йөнөнән мендәрҙәр эшләүгә тотона. Әммә һуңғы ваҡытта күптәр ҡаҙ мамығын ательеға барып таҙартыуҙы өҫтөн күрә. Шулай ҙа күптәр элеккесә, инәй-өләсәйҙәребеҙ өйрәткәнсә, уларҙы үҙҙәре йыуып, таҙа һәм күпереп торған ҡаҙ мамығын кәпрәндәргә тултырып, кәрәкле размерҙа йомшаҡ мендәрҙәр яһай. Күп хужабикәләр яңы ҡаҙ мамығынан эшләнгән мендәрҙәрҙе ҡыҙҙарының бирнәһенә тип һалып та ҡуя.
Ҡаҙ мамығын йыуыу өсөн ике ҡат марля йәки бәз туҡыманан тышлыҡ тегергә һәм ҡаҙ йөнөн шунда тултырырға кәрәк. Йөн кейеме йыуа торған порошок йәки кер һабыны һалынған һыуҙа ике сәғәт тоторға. Артабан шампунь һалып сайҡатырға, аҙаҡ һыуыҡ һыуҙа бер нисә тапҡыр сайҡарға һәм таратып киптерергә кәрәк. Ҡояшлы көндә йыуғанда, бигерәк тә яҡшы. Шулай уҡ ҡаҙ мамығын ҡайһы бер хужабикәләр йыуғандан һуң, таҙа тышлыҡҡа яңынан тултырып, бер нисә аҙна буйы тышҡа элеп ҡуя. Был осраҡта ла йөн кибә. Әйткәндәй, иҫке мендәрҙәрҙең мамығын да шулай итеп таҙартырға мөмкин. Мендәрҙәрегеҙ күпереп торһон, йоҡоларығыҙ татлы булһын!
Читайте нас: