Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
12 Ноябрь 2020, 16:28

Вәзир (риүәйәт)

Бер батшаның Сәғит исемле вәзире була. Ниндәй генә ауырлыҡтар тыуһа ла, батша вәзире менән кәңәшләшеүен хуп күрә.

Ә вәзирҙең бындай осраҡтарҙа әйтә торған бер һүҙе була: “Батшам, хафаланма, Аллаһ хәйерлегә ҡылһын!”
Бер көндө улар шәкәр ҡамышы киҫергә сығалар. Батша яңылыш ҡына бармағының өстән бер өлөшөн киҫеп ала. Хужаһының борсолоуын күреп, уға:
— Хафаланма, батшам, Аллаһ быны хәйерлегә ҡылһын, — ти.
— Бармаҡ киҫелеүҙе хәйерлегә юраған булып, һин минән көләһеңме?— тип уны зинданға ябырға ҡуша.
Бер нисә көн уҙғас, батша һунарға сыға. Вәзире янында булмағас, ул аҙаша. Ҡайтыр юлды таба алмағас, ағас төбөнә ятып ял итергә уйлай. Күҙен йоморға ла өлгөрмәй, уны ҡырағай кешеләр тотоп ала. “Мин бит биләмәнең хужаһы”, — ти батша. “Беҙҙең үҙебеҙҙең батшабыҙ бар”, — тип алып китәләр. Ә ҡырағай батша: “Һеҙ ни өсөн кәмселекле ҡорбан алып килдегеҙ”, — тип аҡыра икән. “Хәҙер үк күҙ алдымдан юҡ итегеҙ уны”. Шулай итеп батшаны киҫелгән бармағы үлемдән ҡотҡарып ҡалған. Зиндандан вәзирен сығарған, изге һүҙенә рәхмәт әйткән. Ә вәзире: “Мин зинданда ултырмаһам, бергә барһам, мине үлтерерҙәр ине”, — тигән. Шулай итеп һәр эш хәйерлегә тамамлана.
Дуҫтар, һеҙгә тормошоғоҙҙа ла берәй һынау йәки ауырлыҡ килһә, уны насарға юрарға ашыҡмағыҙ, берәй шатлыҡлы хәл булһа ла үҙегеҙҙе ашҡыныуға ҡуймағыҙ. Риүәйәттәге кеүек “Хәйерлегә ҡыл”, — тиергә.
Пәйғәмбәребеҙ: “Иманлы бәндәнең хәленә бик ғәжәпләнәм, сөнки уның бөтә хәлдәре хәйерле булып сыға. Уға берәй шатлыҡ килһә, ул уны шөкөр итеү, ә ауырлыҡ килһә, сабырлыҡ менән ҡаршы ала һәм уға хәйерле була”, — тип нәсихәтен биргән.
Роза Ғәббәсова,
Тәүәкәс ауылы.
Читайте нас: