Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
12 Ноябрь 2020, 16:08

Туй йолаларын тергеҙеп…

Республика халыҡ ижады онлайн бәйгеһе үтте.

Башҡортостанда “Туй йолаһы” байрамын уҙғарыу матур ғәҙәткә инде. Быйыл ул онлайн режимда Кушнаренко районында “Кушнаренко таңдары” Республика халыҡ ижады фестивале сиктәрендә уҙҙы. Унда халыҡ ижадының бөтә байлығын һәм борон-борондан килгән ғаилә йолаларын сағылдырған туй йолалары тәҡдим ителде.
Башҡортостан халыҡтарының йолаларын һаҡлап ҡалыусы һәм пропагандалаусы ижади, фольклор коллективтар етәкселәре һәм айырым тикшеренеүселәр, һәүәҫкәр артистар, биҙәү-ҡулланма сәнғәт, халыҡ кәсептәре оҫталары был юлы Кушнаренко районында йыйылды.
Ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Кушнаренко районы хакимиәте.
Программа сиктәрендә башҡорт фольклоры буйынса семинар, аутентик фольклор йөрөтөүсе коллективтар менән ижади осрашыу үтте. Шулай уҡ методик әҙәбиәт, биҙәү-ҡулланма сәнғәт һәм халыҡ кәсептәре оҫталарының тауарҙары, милли ризыҡтары һатыу күргәҙмәһе ойошторолдо.
Фестивалдең һөҙөмтәһе — сценарийҙар, йолалар, йырҙар, уйындарҙан торған «Туй йолаһы» йыйынтығын сығарыу.
Беҙҙең район мәҙәниәт йорто ла был сарала әүҙем ҡатнашты. Ситтән тороп ойошторолған мәртәбәле конкурсҡа “Табын” фольклор-эстрада ансамбле (етәксеһе Сәриә Мағазова), “Заряница” рус халыҡ йырҙары хоры коллективы һәм “Златоцвет” балалар фольклор ансамбле (Екатерина Егорова) сағыу сығыштарын тәҡдим итте. Һөҙөмтәлә, “Златоцвет” балалар фольклор ансамбле “Вариҫлыҡ” номинацияһында III дәрәжә, ә “Заряница” — I дәрәжә Дипломы, “Табын” фольклор-эстрада ансамбле “Йолалар” номинацияһында II дәрәжә Дипломы менән бүләкләнде.
Дилара Бадретдинова.
Читайте нас: