Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
12 Ноябрь 2020, 17:08

Ҡош киҙеүе янай

Әлеге ваҡытта Волга буйы федераль һәм Урал федераль округтарында таралған ҡош киҙеүе буйынса хәл бик көсөргәнешле.

Сир усаҡтары беҙҙең яҡын күршеләребеҙ Силәбе өлкәһендә, Татарстан Республикаһында, шулай уҡ Ҡурған, Һарытау, Омск өлкәләрендә асыҡланған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡош киҙеүенең беҙҙең республика биләмәһенә үтеп инеү ҡурҡынысы ла ҙур.
Кисә Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә ошо турала һүҙ барҙы. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хәл менән таныштырҙы.
– Әгәр бер генә хужалыҡта булһа ла сир табыла икән, бөтә төбәкте карантинға ябасаҡтар. Ҡошсолоҡ тауарҙарын ситкә сығарыу тыйыласаҡ. Башҡорт­останда ҙур ҡошсолоҡ предприятиелары күп — Благовар тоҡомсолоҡ заводы, “Башҡортостан бройлеры”, “Индюшкин” һәм башҡалар. Шуға күрә инфекцияны республика биләмәһенә индермәү бик мөһим. Шәхси хужалыҡтарҙағы ҡоштарҙы ихатаға сығармаҫҡа кәрәк, улар ҡырағай ҡоштар менән бәйләнешкә инергә тейеш түгел. Шулай уҡ билдәһеҙ мал аҙығы һәм тере ҡош-ҡорт һатып алыу тыйыла, – тине Илшат Фәзрахманов.
Радий Хәбиров хәлде контролдә тоторға һәм инфекцияны республикаға индермәү өсөн бар көстө һалырға ҡушты.
Ошо йәһәттән Башҡортостандың Ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин үҙенең кәңәштәрен биреп, көнүҙәк һорауҙарға яуаптарын еткерҙе.
– Ҡош киҙеүе ни тиклем хәүефле һәм ысынлап та илдә быға бәйле хәл шулай етдиме?
– Рәсәйҙә һуңғы ваҡытта ҡош киҙеүе буйынса хәл көсөргәнешле. Был — тиҙ таралыусан вируслы сир, уның менән ауыл хужалығы ҡоштарының бөтәһе лә ауырый. Инфекцияның хәүефе шунда: ул ҡотолғоһоҙ үлем осрағына килтерә, бик тиҙ тарала. Мәҫәлән, былтыр ил буйынса биш сир усағы асыҡланһа, быйыл — 75! Сирҙең күрше Силәбе һәм Татарстанда табылыуы беҙҙе ныҡлы әҙерләнергә мәжбүр итә. Һуңғы өс аҙнала Татарстандың дүрт районында сир усаҡтары табылған. Мәҫәлән, Мөслим районы беҙҙең Баҡалы районынан ни бары 10 километр алыҫлыҡта.
– Әле ҡош киҙеүе Башҡортостан биләмәһенә инмәһен өсөн ниндәй саралар күрелгән?
– 5 ноябрҙә онлайн тәртибендә райондар менән республика кәңәшмәһе үткәрҙек. Сарала район ха­ки­миәтенең ауыл хужалығы буйынса урынба­ҫарҙары, ҡошсолоҡ хужалыҡтары етәкселәре, ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары һәм ветеринария станцияһы начальниктары ҡатнашты. Кәңәшмә ваҡытында сирҙе таратмау өсөн тәү сиратта нимә эшләргә кәрәклеген эҙмә-эҙлекле аңлаттыҡ. Бөгөн хәлде бик иғтибарлы күҙәтергә һәм бер хәүефле осраҡты ла йәшермәҫкә кәрәк. Тағы шуныһы хәүефле: әле ҡырағай ҡоштар йылы яҡҡа осоп киткән мәл, сир уларға ла йоға. Һәм улар ауырыуҙы төбәктәр буйлап тарата. Шуға күрә инфекцияға шик булһа, һәр кем шунда уҡ ветеринария станцияһына хәбәр итергә тейеш. Бының өсөн төбәктә “ҡыҙыу бәйләнеш” эшләй башланы, 8-800-77-55-828 телефоны буйынса бушлай шылтыратырға мөмкин.
– Сирҙе таратмау өсөн халыҡҡа төп кәңәштәрегеҙ ниндәй?
– йорт ҡоштарын тышҡа сығарып йөрөтмәҫкә;
– ҡырағай ҡоштарҙан, шул иҫәптән күгәрсен, ҡарға һәм турғайҙарҙан алыҫ торорға;
– тере ҡош, билдәһеҙ етештереүсенән ҡошсолоҡ тауарҙары һатып алмаҫҡа;
– һыуыҡтар төшкәнен көтмәй ҡош-ҡортто һуя һалырға;
– ауырыуҙарын асыҡлаһағыҙ, шунда уҡ ветеринария хеҙмәтенә хәбәр итергә.
Инфекцияның клиник билдәләре: ҡоштарҙың ашауҙан баш тартыуы, тән температураһы күтәрелеүе, ҡырылыуы.
Әлеге ваҡытта был инфекция тураһындағы мәғлүмәтте ауыл, урамдар, райондар эсендә бер-берегеҙгә хәбәр итеп, сирҙән һаҡланырға кәрәк.
Читайте нас: