Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
12 Ноябрь 2020, 17:18

Күреү һәләте сикләнгәндәр халыҡтың иғтибарына мохтаж

Бөгөн – Халыҡ-ара һуҡырҙар көнө.

13 ноябрҙә бөтә илдәрҙә Халыҡ-ара һуҡырҙар көнө билдәләнә. Был көндө 1745 йылда Францияла билдәле педагог, Парижда һәм Петербургта һуҡырҙар өсөн бер нисә мәктәп һәм предприятиеға нигеҙ һалыусы Валентин Гаюи тыуған. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ҡарары менән тап ошо дата Һуҡырҙар көнө булараҡ билдәләнә.
Рәсәйҙә йылдан-йыл һуҡырҙар һәм насар күреүсе граждандар һаны арта бара. Әммә бөтәһе лә һуҡырҙар йәмғиәтенә мөрәжәғәт итмәй. Мәҫәлән, күптәре бындай ойошмалар булғанлығын да белмәй ғүмер үткәрә.
Әйтергә кәрәк, күреү һәләтен юғалтҡан кешеләр киләсәккә өмөт һәм ышаныс менән ҡарай. Уларҙың күптәре махсуслаштырылған производстволарҙа эшләй. Насар күреүселәр һәм һуҡырҙар араһында һәләтле рәссамдар, скульпторҙар, спортсылар күп. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер инвалидтар хәҙерге йәмғиәттә тулыһынса яраҡлашмаған.
Һуңғы йылдарҙа насар күреүселәр һәм һуҡырҙарға дәүләт кимәлендә ярҙам күрһәтелә. «Асыҡ мөхит» федераль маҡсатлы программаһы эшләнгән һәм тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы, ҡала урамдарында махсус тауыш сигналдары менән светофорҙар, һуҡырҙар өсөн рельефлы-нөктәле шрифт менән башҡарылған аңлатма табличкалар ҡуйыла. Ғөмүмән, күреү мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе социаль-мәҙәни реабилитациялау буйынса яңы эш итеү формалары уйлап табыла.
Дилара Бадретдинова әҙерләне.
Читайте нас: